Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КИРАЙДТ Рудольф Иванович

Просмотров: 1324

КИРАЙДТ Рудольф Иванович (1.1.1939, Опочка ҡ. — 13.4.2020, Өфө ҡ.), архитектор, педагог. РФ‑тың атҡаҙанған архитекторы (1996), БАССР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1981). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1974). Мәскәү архитектура институтын тамамлаған (1968). Өфө ҡ. эшләй: 1961 й. алып “Башкиргражданпроект” институтында, бер үк ваҡытта 1977—84 йй. ӨНИ-лә уҡыта, 1988 й. — “Альтернатива”, 1989 й. — “Коду” проект ойошмаларында, 1992 й. башлап “КИРСС” проект оҫтаханаһы директоры, 1999 й. — директор урынбаҫары, бер үк ваҡытта 2004 й. алып архитектор‑реставраторы.

Байтаҡ йәмәғәт биналарының (35‑се урта мәктәп бинаһы, 1976; Авиация техникумының яңы бинаһы, 1980 һ.б.) һәм торлаҡ йорттарҙың (Төньяҡ микрорайонында “түңәрәк” йорт, 1981; Телеүҙәк микрорайонында 12 ҡатлы йорттар, 1982; Яңауыл микрорайонында тәүге терраса тибындағы йорттар, 1991; бөтәһе лә — Өфө ҡ.), “Асы” шифаханаһының дауалау‑һауыҡтырыу корпусы (2002, А.Р.Кирайдт менән авторҙашлыҡта) проекттарын; реконструкция һәм реставрация проекттарын (БР Профсоюздар федерацияһы Советы бинаһы, 1986, авторҙаш; Килем мәсете, Килем һарайы, “Президент Отель” һ.б.) әҙерләй.

 Әҙәб.: Донгузов К.А. Союз архитекторов Республики Башкортостан: история и современность. Уфа, 1998.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 22.10.2021