Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАНДРА, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1223

ҠАНДРА, Туймазы р‑нындағы ауыл, Ҡандра а/с үҙәге; т. юл станцияһы. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 35 км алыҫлыҡта Оло Нөгөш й. (Кама й. басс.) буйында, Һамар—Өфө—Силәбе автомобиль юлында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 170 кеше; 1939 — 3065; 1959 — 8362; 1989 — 10785; 2002 — 12077; 2010 — 10885 кеше. Башҡорттар, татарҙар, урыҫтар йәшәй (2002). Ҡ. “БурКан” ЯСЙ, икмәк комбинаты урынлашҡан. 2 урта, 1 төп (2‑се урта мәктәп филиалы) мәктәп, муз. мәктәбе, уҡыусылар йорто, 3 балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (“Рябинушка” урыҫ халыҡ фольклор ансамбле, “Дуҫтар” башҡ. халыҡ фольклор ансамбле), 2 китапхана бар.

Ауылға 1906 й. һәм 1910 й. араһында Бәләбәй өйәҙендә Һамар—Златоуст (хәҙ. Куйбышев) т. юлы төҙөлгәндән һуң Ҡ. станцияһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1937—56 йй. Ҡандра районының адм. үҙәге. Ауыл Туймазы нефть ятҡылығын үҙләштереү барышында үҫеш ала. 50‑се йй. Ҡ. 18 б. 1‑се ярт. нигеҙләнгән Ҡандра-Әмин а. (К.Ф.Йыһаншиндың, В.Н.Финогентовтың тыуған ауылы) м‑н ҡушыла. 1955 й. алып хәҙ. исемен йөрөткән ҡала тибындағы ҡасаба (1962—2002 йй. Туймазы ҡ. составында), 2005 й. хәҙ. статусын ала. Р.Т.Маннапова, Н.Т.Рафиҡова ошо ауылда тыуған.

И.Э.Мөхәмәтнуров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019