Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОМЛОКҮЛ, Өфө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 920

ҠОМЛОКҮЛ, Өфө р‑нындағы ауыл, Ҡыҙылъяр а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 33 км алыҫлыҡта Ҡалтау күле (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 659 кеше; 1920 – 922 кеше; 1939 – 977; 1959 – 862; 1989 – 781; 2002 – 746; 2010 – 748 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Михайловка урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1724 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Ҫыбы‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 19 б. башында бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултырған, тип фараз ителә. 1795 й. 13 йортта 136 кеше йәшәгән, 1865 й. 62 йортта – 379 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1896 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән. Н.Р.Ямуров ошо ауылда тыуған.

Д.Ғүскилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019