Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ЙӘНШИШМӘ”, гәзит

Просмотров: 1614

“ЙӘНШИШМӘ”, балалар һәм үҫмерҙәр өсөн респ. гәзите. Ойоштороусылары — БР‑ҙың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, БР‑ҙың «“Йәншишмә” гәзите редакцияһы» ҡаҙна пр‑тиеһы. Тиражы — 4 мең дана (2012). Өфөлә аҙнаһына 2 тапҡыр башҡ. телендә сыға. 1930 й. февр. алып “Йәш төҙөүсе”, 1959 й. — “Башҡортостан пионеры” исеме м‑н нәшер ителә, 1991 й. хәҙ. исемен йөрөтә. 1941—58 йй. нәшер ителмәй. Гәзит биттәрендә респ., ил һәм сит ил ваҡиғалары яҡтыртыла, әхлаҡ, ватансылыҡ, йәш быуынды рухи яҡтан тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелә; туған тел, башҡорттарҙың һ.б. халыҡтарҙың тарихы һәм мәҙәниәте т‑да мәҡәләләр, ш. уҡ балаларҙың ижади эштәре баҫыла. Рубрикалары: “Илһам”, “Тәжрибә”, “Минең бәләкәй бизнесым”, “Уҡы, уйлан!”, “Сәйәсәткә сәйәхәт” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: М.Хәй (1930), Ғ.Кәримов (1931), Н.Хисмәтуллина (1931), Н.Мөхәмәтшакиров (1932), Ш.Ғөбәйҙуллин (1932), Ҡ.Мортазин (1933), М.Саҡаева (1934), Ғ.В.Ғөзәйеров (1935 й. алып), С.Моратшина (1939 й. алып), Ш.Бикҡол (1959), Р.Х.Фәтҡуллин (1959 й. алып), В.Й.Дауытов (1965 й. алып), М.М.Яҡупов (1971 й. алып), С.Әлибай (1978 й. алып), Р.Йәнбәк (1986 й. алып), Ғ.М.Яруллин (1992 й. алып), М.Ғ.Юнысов (1998 й. алып).

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019