“КИТАП”, нәшриәт
“КИТАП”, ДУП. 1919 й. окт. Башҡ‑н дәүләт нәшриәте булараҡ ойошторола, 1922 й. окт. алып китап нәшер итеү һәм “Башкнига” сауҙа пай ширҡәте, 1929 й. Башҡ‑н дәүләт нәшриәте итеп үҙгәртелә, 1936 й. алып БАССР ХКС‑ы эргәһендәге Башҡ‑н дәүләт нәшриәте, 1960 й. — Башҡ‑н китап нәшриәте, 1992 й. — Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2000 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. З.А.Биишева исеме бирелә. Өфөлә урынлашҡан. Нәфис, фәнни‑популяр, уҡытыу‑методик әҙәбиәттәр, һүҙлектәр һәм белешмәләр, календарҙар сығара. “К.” составы: уҡытыу‑пед. әҙәбиәт, нәфис әҙәбиәт, балалар әҙәбиәте редакциялары; махсус төр баҫмалар, художестволы мөхәррирләү, производство, иҡтисад һәм маркетинг, реклама һәм электрон баҫмалар һ.б. бүлектәр; фирма магазины; Өфө полиграфкомбинаты (2016 й. алып). 2011 й. 100‑гә яҡын кеше эшләгән; 222 төр (дөйөм тиражы 2024,9 мең дана) китап сығарылған. “Полиграфия, дизайн, реклама” (Мәскәү, 1997, 2001, 2007) күргәҙмәһе, “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” (“Лучшие товары Башкортостана”; Өфө, 2006) конкурсы, Рәсәй китап нәшер итеү ассоциацияһы (Мәскәү, 2007, 2009—11), ш. уҡ 6‑сы һәм 7‑се халыҡ‑ара “Китап — хеҙмәттәшлек итеү һәм үҫеш юлы” (“Книга — путь сотрудничества и прогресса”; Ашхабад, 2011—12) күргәҙмә‑йәрминкәләр сиктәрендә үткәрелгән конкурстар лауреаты. Нәшриәттең продукцияһы Майндағы Франкфурт ҡ. (Германия, 2003) йыл һайын үткәрелгән халыҡ‑ара китап йәрминкәһендә күрһәтелә. Етәкселәре: Б.Ишемғол (1922—26 йй. һәм 1936—37 йй.), А.Ә.Айҙаров (1928—29), С.С. Ҡыуатов (1963 й. алып), Н.Н. Нуретдинов (1972 й. алып), Аҫылғужа (1990 й. алып), Ғ.А.Хисамов (1992 й. алып), Р.Йәнбәк (1994 й. алып), Ҡ. Аралбай (1996 й. алып), А.Р.Урманшин (2002 й. алып), З.М.Тимербулатов (2005 й. алып), И.М.Йәндәүләтов (2012 й. алып).
И.М.Йәндәүләтов
Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов