Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИНСТАЛЛЯЦИЯ

Просмотров: 1362

ИНСТАЛЛЯЦИЯ (ингл. installation), хәҙ. һынлы сәнғәттә йыйыу объекты булып торған әҫәр; унда формаһы, күләме, фактураһы, төҫө м‑н айырылған, нигеҙҙә, элек ҡулланылған предметтар һәм уларҙың өлөштәре авторҙың уйына ярашлы төрлө ысулдар м‑н эшкәртелә (семәрләү, балауыҙлау, үртәү, быраулау, шымартыу, төҫләндереү, буяу һ.б.) һәм беркетелә (иретеп йәбештереү, елемләп йәбештереү, әүәләү һ.б.); концептуаль сәнғәт төрө. И., ассамбляж кеүек үк, — рәссамдың бер үк ваҡытта аңлы һәм интуитив, ассоциатив һәм фантазиялы фекерләүе һөҙөмтәһе булып торған ирекле композиция, тик, ассамбляждан айырмалы рә¢ ештә, башлыса күләмкиңлек формаһында ғәмәлгә ашы- рыла. Рәсәйҙә 20 б. 60—70‑се йй. барлыҡҡа килгән И. сәнғәте андеграунд йәки нонконформизм (рәсми булмаған сәнғәт) рәссамдарының ижады м‑н бәйле. БР-ҙа И. 80‑се йй. аҙағында, ғәмәлдә, рәсем сәнғәте, графика, скульптура өлкәһендә эшләгән рәссамдар ижадында барлыҡҡа килә. Н.Ғ.Байбуриндың ижади концепцияһы иҫке предметтарға яңы асыл биреүҙән тора: уның “Хәтер ҡоҙоғо” (1989; художестволы эшкәртелгән ағас киле, уның ауыҙының формаһы халыҡтың тарихи үткәне м‑н сағыштырыла), “Тирмә ишеге” (1993; ағас, бронза, күн) И. күп ҡатлы образлы мәғәнә һалынған. Р.Н.Бураҡанов И. композиция алымдарының ябай һәм образдарҙың күп мәғәнәле булыуы м‑н айырыла. “Матурлыҡ менән осрашыу” (металл, оргалит, алкид, кварц ҡомо, киндер, майлы буяу) композицияһында торба — тамашасы кәүҙәһе, картина ҡыҫанына һуҙылған киндер — картина йәки таныш күренеште асҡан тәҙрә, ә торба эсенән һибелгән электр яҡтылығы кеше күңеленең нуры м‑н сағыштырыла. “Көн яҡтырыу билдәһе” (металл, оргалит, алкид; икеһе лә — 1998) И. түңәрәк төрлө мәғәнәгә эйә: ҡояш, нимб, аҡыл сатҡыһы һ.б. Е.А.Винокуровтың “Ям биҫтәһе. Николай Васильевич Первушин олатай иҫтәлегенә” (2002; ағас формалар, ҡыңғырауҙар, шөңгөр, дағалар, өҙәңгеләр, сүс, бау, ҡайыш) И. ш. уҡ авторҙың тарихи көнкүреш әйберҙәре донъяһына тартылыуы күренә; киңлектә урынлашыу рәүеше м‑н ул ассамбляжға яҡын тора. Ә.Ф.Ғәлиндең ҙур форматлы И. образдарҙың ассоциатив-символик мәғәнәһе төрлө материалдар һәм уларҙың фактура сифаттары м‑н “уйнау”ға ҡоролған. “Дәшти Ҡыпсаҡ” серияһынан “Әруах” (1995) һәм “Дала векторҙары” (1997; икеһе лә — кейеҙ, ағас, металл, күн, ат ялы, анилин буяуҙар) И. автор тарафынан башҡорттарҙың традицион биҙәү‑ҡулланма сәнғәте техникаһында (кейеҙ баҫыу, ағас семәрләү) образдың милли колоритын көсәйтеү өсөн тәбиғи материалдар индереп (ат ялы, сүкелгән еҙ) эшләнгән художестволы формаларҙан ҡоролған. И. алымдарын үҙ эштәрендә рәссам‑модельерҙар (ҡара: Кейемдең һыҙмаһын һәм моделен әҙерләү сәнғәте), скульпторҙар В.Г.Лобанов (“Аквариум”, 1996; “Флюгер”, 2005), Ф.С.Нуриәхмәтов (“Мөхәббәт колоннаһы”, 1994; “Әй колоннаһы”, 2005) һ.б. ҡуллана. И. эштәре Башҡортостан биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең Беренсе (1997) һәм Икенсе (2002) респ. күргәҙмәләрендә, “Гравицаппа” (1997, 1998), “Объекттар” (2005; бөтәһе лә — Өфө) концептуаль сәнғәт күргәҙмәләрендә һ.б. күрһәтелә.

Әҙәб.: Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 1-й респ. выст. /авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1997; Профессиональное декоративно-прикладное искусство Башкортостана: кат. 2‑й респ. выст. /авт.-сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2002; Объекты: кат. выст. Уфа, 2005.

С.В.Игнатенко

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019