Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРЕКЛЕ, Шаран р-нындағы ауыл

Просмотров: 744

ЕРЕКЛЕ, Шаран р-нындағы ауыл, Ерекле а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.Көнб. 25 км һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 30 км алыҫлыҡта Ерекле й. (Сөн й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1457 кеше; 1920 — 1547; 1939 — 1541; 1959 — 1224; 1989 — 990; 2002 — 914; 2010 — 835 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Ерекле урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар һәм типтәрҙәр нигеҙ һала, 1762 й. алып билдәле. 1795 й. 30 йортта 139 кеше йәшәгән, 1865 й. 107 йортта —728 кеше. Игенселек, малс-ҡ м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, мәҙрәсә, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. И.Ә.Абдуллин, Ә.В.Андреева, Н.Х.Кәримов, Р.Т.Фазлыев, З.Ә.Әхмәтйәнова ошо ауылда тыуған.

Тәрж.  Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019