Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЛДӘР, Миәкә р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1038

ЕЛДӘР, Миәкә р‑нындағы ауыл, Елдәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.-Көнб. 37 км һәм Аксёнов т. юл ст. К. табан 80 км алыҫлыҡта Елдәр й. (Өйәҙе й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1395 кеше; 1920 — 1810; 1939 — 1544; 1959 — 1231; 1989 — 960; 2002 — 978; 2010 — 890 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Күл-Иле-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәш башҡорттар нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Һуңыраҡ бында керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ өйәҙҙең Баязит а. типтәрҙәре күсеп ултырған. 1795 й. 35 йортта 166 кеше йәшәгән, 1865 й. Е. (Елдерәк) исеме м‑н иҫәпкә алынған, 120 йортта 899 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, балта эше м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 12 һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 4 тирмән, тимерлек, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; ауылда улус идараһы урынлашҡан. 1939 й. ике ауыл — Яңы Елдәр һәм Иҫке Елдәр теркәлгән, һуңынан улар бергә иҫәпкә алынған. М.К.Сәлимов, В.С.Сыромятников, Р.Н.Фәхретдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019