Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЗЕМСТВО БАШҠАРМАЛАРЫ

Просмотров: 936

ЗЕМСТВО БАШҠАРМАЛАРЫ, Рәсәйҙең губерна һәм өйәҙҙәрендәге земство үҙидараһының башҡарма органдары (ҡара: Земство). Земство реформаһы барышында 1864 й. 1 ғин. “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” ға ярашлы ойошторолалар. Губерна З.б. губерна земство йыйылышы тарафынан һайланған рәйестән (эске эштәр министры тарафынан раҫланған) һәм 6 ағзанан (губернатор тарафынан раҫланған), өйәҙ З.б. өйәҙ земство йыйылыштары тарафынан һайланған рәйестән (губернатор тарафынан раҫланған) һәм 2 ағзанан (ҡайһы бер өйәҙҙә 6‑ға тиклем) тора. 1890 й. 12 июлендәге “Губерна һәм өйәҙ земство учреждениелары тураһында положение” б‑са, губерна һәм өйәҙ башҡармаларының шәхси составы губернатор тарафынан раҫлана; губерна һәм өйәҙ башҡармаларының ағзалары һәм рәйестәре дәүләт хеҙм‑рҙәренә тиңләштерелә; З.б. эшмәкәрлеген контролдә тотоу өсөн земство һәм ҡала эштәре буйынса губерна присутствиелары ойошторола. Губерна З.б. бүлектәрҙән (агрономия, ветеринария, мед., халыҡ мәғарифы һ.б.) һәм канцеляриянан тора. З.б. ҡарамағында земство йыйылыштарының бойороҡтарын үтәү; земстволар мөлкәте м‑н идара итеү; смета, раскладка, отчёттар төҙөү; земство һалымдарының инеүен һәм сарыф ителеүен контролдә тотоу һ.б. була. Өфө губернаһында З.б. 1875 й. ойошторола, улар агрономия, ветеринария, юл төҙөү, һөнәрселек, мед., ыҙанлау, халыҡ мәғарифы, баһалау‑статистика, пенсия, аҙыҡ-түлек, санитария, страховкалау бүлектәрен үҙ эсенә ала. Өфө губ. З.б. рәйестәре: А.Д.Дашков (ҡара: Дашковтар; 1875—78, 1879—81, 1882—84), И.Д.Миклашевский (1994—87), А.А.Миславский (1888—91), М.Д.Брудинский (1892—94, 1895—97), А.В.Новиков (1898—1900), С.П.Балахонцев (1901—03), П.Ф.Коропачинский (1904—12). Өфө губ. З.б. баҫма органы — “Вестник Уфимского земства” журналы. Ырымбур губернаһында З.б. 1913 й. ойошторола. 1918 й. бөтөрөлә.

Әҙәб.: Земство мәҡ. ҡарағыҙ.

Н.И.Леонов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019