Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӘРИМОВ Марат Нәби улы

Просмотров: 2314

КӘРИМОВ Марат Нәби улы (9.1.1930, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Сәлих а., хәҙер БР‑ҙың Ейәнсура районы Күгәрсен а.), шағир. БР‑ҙың халыҡ шағиры (2003). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1994). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1958). Н.Ғ.Кәримовтың улы. ВЛКСМ‑дың ҮК эргәһендәге Үҙәк комсомол мәктәбен (1956), М.Горький исемендәге Әҙәбиәт ин‑ты эргәһендәге Юғары әҙәби курстарҙы (1961; икеһе лә — Мәскәү ҡ.) тамамлаған. 1947 й. башлап Күгәрсен тулы булмаған урта мәктәбендә уҡыта, 1949 й. — ВЛКСМ‑дың Ейәнсура райкомында бүлек мөдире, 1953 й. — “Ленинец” гәзите, 1957— 85 йй. (өҙөклөктәр менән) Һәнәк журналы хеҙмәткәре (1964 й. тиклем бүлек мөдире, 1968—78 йй. баш мөхәррир), 1964—68 йй. “Пионер” журналының баш мөхәррире. 1986 й. алып “Башнефть” ПБ‑нда эшләй, 1988—89 йй. БАССР‑ҙың ТВ һәм радиотапшырыуҙар буйынса дәүләт комитеты мөхәррире, 1993—94 йй. “Гасыр” (“Ғасыр”) гәзите (Өфө ҡ.) хеҙмәткәре, 1999—2004 йй. БР Яҙыусылар союзының өлкән әҙәби консультанты. “Бөрөләр” исемле тәүге китабы 1956 й. сыға. Уның шиғриәте лиризм, тәрән драматизм менән һуғарылған. “Ете көнөм — ете моң” (1981), “Йылмайып‑көлөп кенә” (1990), “Һин бар саҡта” (2005) һ.б. шиғри йыйынтыҡтарына ингән әҫәрҙәренә халыҡсан юмор, үткер сатира хас. “Алланың ҡашҡа тәкәһе” (1968), “Һөйгәнеңә үҙең яҙ” (1972), “Ялған һуҡмаҡ” (1987) “Әҙәм көлкөһө” (1998) һ.б. хикәйәләр йыйынтыҡтары авторы. Әҫәрҙәре болгар, ҡаҙаҡ, поляк, украин, урыҫ һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. П.Бровка, М.А.Дудин, Ю.Д.Поройков һ.б. шиғырҙарын башҡ. теленә тәржемә иткән. Ф.Кәрим исемендәге премия лауреаты (2001). Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2021). 

 Ә ҫ ә р ҙ.: Ялған һуҡмаҡ: хикәйәләр. Өфө, 1987; Һайланма әҫәрҙәр: 3 томда. Өфө, 2007—2009; Весенние почки: стихи. М., 1962.

 Әҙәб.: К ә р и м М. Ҡәләмдәш иптәштәргә хаттар //Күтәрелгән ҡояшҡа ҡарап. Өфө, 1960; Х ө с ә й е н о в Ғ.Б. Шағирҙар. Өфө, 1981; Бикбаев Р. Йөрәктә ҡалған эҙҙәр //Ағиҙел. 2000.№1.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: