Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘНЛЕКТӘРГӘ БИЛДӘ ҺАЛЫУ

Просмотров: 1071

ЙӘНЛЕКТӘРГӘ БИЛДӘ ҺАЛЫУ, хайуандар экологияһын өйрәнеү ысулы, индивидуаль йәки күпләп билдә һалыуға нигеҙләнгән. Билдә һалыу ярҙамында хайуандарҙың хәрәкәт итеү йүнәлешен, юлдарын һәм тиҙлеген (ҡара: Хайуандар миграцияһы) өйрәнәләр, һанын билдәләйҙәр. Индивидуаль билдәләр сифатында эре хайуандарҙың тәненә беркетелгән ҡулсалар, ҡаҙауыстар, пластинкалар, атламалар ҡулланыла, ҡайһы берҙә бармаҡ фалангаларын (кеҫәрткеләр, кимереүселәр, тәлмәрйендәр), өҫкө ҡанат өлөштәрен (ҡуңыҙҙар) ампутациялайҙар, ҡабырсаҡтарына татуировкалар һәм яҙыуҙар төшөрәләр (моллюскылар). Балыҡтарҙы алына торған номерланған яруслы ырғаҡтар м‑н тамғалайҙар. Имеҙеүселәрҙең, ҡоштарҙың һ.б. хәрәкәт итеүен күҙәтеү өсөн спутниктарҙан радиокүҙәтеү ҡулланалар. Күпләп билдә һалыу тире аҫтына буяусы матдәләр ебәреү, йөҙгөстәрҙең һәм айғолаҡ ҡапҡасының өлөштәрен ҡырҡыу (балыҡтар), буяу һөртөү (бөжәктәр), радиоактив изотоптар (ләпәк сысҡандар, һуҡыр сысҡандар) һ.б. ярҙамында тормошҡа ашырыла. Мәғлүмәттәрҙе хайуандарҙы һаҡлау сараларын һәм һунарҙы ойоштороу, ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары, инфекцион ауырыуҙар м‑н көрәшер өсөн ҡулланалар. Й.б.һ. б‑са эштәрҙе РФА‑ның А.Н.Северцов ис. Экология һәм эволюция мәсьәләләре ин‑ты (Мәскәү) ойоштора. Башҡортостанда Й.б.һ. 20 б. 70‑се йй. башлана. Башҡорт дәүләт университетында ер‑һыу хайуандарын (М.Ғ.Баянов) һәм ҡоштарҙы (В.А.Валуев, Ә.Ф.Мәмәтов) балдаҡлау, ҡурсаулыҡтарҙа ҡоштарҙы балдаҡлау (Л.А.Едрёнкина, Н.М.Лоскутова) һәм тояҡлы хайуандарға, бүре балаларына билдә һалыу (Н.М.Гордиюк) б‑са эштәр башҡарыла.

И.П.Дьяченко

Тәрж.Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019