Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЙУАНДАР МИГРАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1024

ХАЙУАНДАР МИГРАЦИЯҺЫ, хайуандарҙың үҫеш циклына йәки йәшәү урындарында тереклек итеү шарттарының үҙгәреүенә бәйле булған күсеүе. Периодик, периодик булмаған һәм онтогенетик Х.м. айырыла. Периодик Х.м. тауҙарҙа имеҙеүселәрҙең, ҡоштарҙың һәм бөжәктәр­ҙең, һыу (серәкәй ҡарышлауыҡтары) йәки тупраҡ (ҡуңыҙҙар, талпандар) ҡатламдарында умыртҡаһыҙҙарҙың — вертикаль, диңгеҙҙәрҙән йылғаларға (мәҫ., һөмбаш һымаҡтар) йәки йыл­ғаларҙан диңгеҙҙәргә (европа үгербалығы) үрләүсе балыҡтарҙың — горизонталь, күсәр ҡоштарҙың һ.б. миҙгелле миграциялары индерелә. Периодик булмаған Х.м. — ултыраҡ хайуандарҙың (тейендәр, тумыртҡа һымаҡтар һ.б.) ҡоролоҡ, янғын, һыу баҫыу һ.б. арҡаһында йәшәү мөхитенең насарланыуына бәйле даими булмаған киң мәжбүри күсеүе; тәртипһеҙ рәүештә үтә, хайуандарҙың һәләк булыуы м-н тамамланыуы мөмкин. Онтогенетик Х.м. (мәҫ., ҡамҡа ҡуңыҙҙары, ҡабырсаҡ ҡарышлауыҡтары) үҫеш циклына бәйле — хайуандарҙың төрҙәре айырылыуына алып килә. Х.м. йыртҡыстарҙан һаҡланыуҙы еңеләйткән өйөрҙә йәшәү рәүеше булышлыҡ итә. Х.м. өйрәнеү өсөн йәнлектәргә билдәһалыу үткәрелә. Башҡортостанда Х.м. б-са тикшеренеүҙәр 20 б. 70-се йй. Башҡорт дәүләт университетында М.Ғ.Баянов (гельминттар, ҡоштар, балыҡтар), Ә.Ф.Мәмәтов (һыу ҡоштары) тарафынан башлана. 80-се йй. балыҡтар селбәрәһе миграциялары (Р.Ф.Биккенин), зоопланктондың һәм хирономида ҡарышлауыҡтарының вертикаль күсеүе (В.Г.Боев) өйрәнелә. 90-сы йй. алып Башҡорт ҡурсау­лығында тояҡлы хайуандарҙың һәм йыртҡыс ҡоштарҙың миграциялары тикшерелә (Н.М.Гордиюк, Н.М.Лоскутова).

Ә.Ф.Мәмәтов, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019