Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИТ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1037

ИТ СӘНӘҒӘТЕ, ит, колбаса һәм ыҫланған ашамлыҡтар, ит консервалары һ.б. етештереүсе аҙыҡ‑түлек сәнәғәте тармағы. Башҡортостанда И.с. беренсе биш йыллыҡтар (ҡара: Биш йыллыҡ пландар) ваҡытында үҫеш ала. 1934 й. 10 ит эшкәртеү пр‑тиеһы һәм производствоһы, ш. иҫ. Бөрө ит комбинаты, Бәләбәй ит комбинаты, Мәләүез ит комбинаты, Стәрлетамаҡ ит комбинаты, Туймазы ит комбинаты була. 60—80‑се йй. пр‑тиеларҙың иҫкеләре яңыртып ҡорола, яңылары төҙөлә: Белорет ит комбинаты, Дүртөйлө ит комбинаты, “Илишмясо”, Мөрсәлим ит комбинаты, Нефтекама ит‑консерва комбинаты, Сибай ит комбинаты. 2004 й. тармаҡта 185 пр‑тие һәм производство иҫәпләнә, шуларҙың иң эреләре — Өфө ит-консерва комбинаты, “Башмясо” ЯСЙ (2002 й. нигеҙләнгән), «“НУМИК” Яңы Өфө ит эшкәртеү комбинаты» ЯСЙ (2000). Ит һәм һөт сәнәғәте етештереү күләменең 44,5%‑ы И.с. өлөшөнә тура килә, 4 меңдән ашыу кеше эшләй (2004). Етештереү динамикаһы табл. күрһәтелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатыла.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Башҡортостан Республикаһында ит сәнәғәте продукцияһының төп төрҙәрен етештереү

Продукция төрҙәре

1940

1960

1980

2000

2004

2007

2009

 Ит (ш. уҡ I категориялы субпродукттар), мең  т

10,5

52,3

120,0

32,8

41,8

33,9

39,7

 Колбаса ризыҡтары, мең т

1,8

14,1

33,7

18,8

54,9

78,7

61,8

 Ит ярым фабрикаттары, мең т

3,8

9,6

13,7

13,6

 Ит консервалары, мең шартлы банка

1590

3183

2670

2088

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: