Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КРЕДИТ

Просмотров: 951

КРЕДИТ (лат. creditum — ссуда, бурыс), кире ҡайтарыу, ваҡытлыса бирелеү, тәьмин ителеү һәм түләүлелек шарттарында заёмщикҡа аҡса йәки тауар биреү. К. төп формалары: коммерция К. (һатыусы тарафынан алыусыға һатылған тауар өсөн аҡса түләүҙе кисектереү рәүешендә бирелә, вексель м‑н рәсмиләштерелә) һәм банк К. (финанс ойошмалары тарафынан физик һәм юридик шәхестәргә, хөкүмәткә аҡса ссудалары рәүешендә бирелә). Шулай уҡ ҡулланыу К. (граждандарға тауарҙар һатып алыу өсөн түләүҙе кисектереү йәки банк ссудаһы рәүешендә бирелә) бар. Айырым формалары булып дәүләт К. һәм халыҡ‑ара кредит тора. Капитализмға тиклемге осорҙа К. натураль формала бирелә, тауар-аҡса мөнәсәбәттәре үҫешеү м‑н, ростовщиклыҡ характерын ала. Капитализм шарттарында К. төп формалары коммерция һәм банк К. була. Рәсәйҙәге революция (1917) К. мөнәсәбәттәренең кәмеүенә килтерә. Хәрби коммунизм осоронда К. үҙенең әһәмиәтен юғалта, яңы иҡтисади сәйәсәт ваҡытында ҡайтанан үҫеш ала. СССР‑ҙа 1930—32 йй. К. реформаһы (ҡара: Банкылар) һөҙөмтәһендә коммерция К. юҡҡа сыға һәм, сәнәғәтте индустриялаштырыу һәм а.х. коллективлаштырыу маҡсатында, бөтә аҡса ресурстары дәүләт ҡулында туплана. Ваҡ етештереүселәрҙең кооператив К. (1931 й. тиклем) һәм ҡулланыу К. йәшәп килә. К. мөнәсәбәттәренең төрө булып дәүләт займдары (займ биреүсе тарафынан дәүләттең ҡиммәтле ҡағыҙҙарын һатып алыу юлы аша башҡарыла. Совет власының тәүге йылдарында К. кире ҡайтарыу натураль, һуңыраҡ аҡса формаһында тормошҡа ашырыла) тора. 80‑се йй. К. иҡтисадҡа йоғонтоһо кәмей, производство һөҙөмтәлелеген үҫтереүгә уның тәьҫире етешмәй, банкыларҙың пр‑тиелар м‑н мөнәсәбәттәре һалынған аҡсанан тейешле файҙа алмайынса үҫешә. 80‑се йй. аҙ. башлыса дәүләттең элекке махсус банк бүлексәләре нигеҙендә коммерция банкылары ойошторола, был К. өлкәһендәге дөйөм хәлде яҡшыртыуға булышлыҡ итә. БР терр‑яһында К. ойошмалары һаны 2001—11 йй. 18‑ҙән 88 тиклем арта (шуларҙың 11‑е — үҙ аллы юридик шәхес хоҡуғындағы респ. банкыһы). К. башлыса ҡыҫҡа ваҡытҡа бирелә һәм заёмщиктар тарафынан әйләнеш аҡсаһын тулыландырыу өсөн файҙаланыла. Шулай уҡ К. дөйөм күләмендә оҙайлы ваҡытҡа кредитлауҙың 27%‑тан алып (2001) 70,5%‑ҡа тиклем (2011) артыуы күҙәтелә. 2012 й. башына К. дөйөм күләме (ваҡытында түләнмәгәндәрен дә индереп) 361,1 млрд һум тәшкил иткән, иҡт. эшмәкәрлек төрҙәре б‑са (%‑тарҙа): ауыл хужалығында, һунарҙа һәм урман хужалығында — 4,2; файҙалы ҡаҙылмалар сығарыуҙа — 12,7; эшкәртеү сәнәғәтендә — 26,8; электр энергияһы, газ, һыу етештереүҙә һәм таратыуҙа — 0,8; транспортта һәм элемтәлә — 0,9; төҙөлөштә — 3,0; сауҙала — 9,6; эшмәкәрлектең башҡа төрҙәрендә — 3,8; күсемһеҙ милек м‑н операцияла — 2,8; хисаптарҙы тамамлауға — 0,6; физик шәхестәргә — 34,8 (ш. иҫ. 9,3% — торлаҡ һатып алыуға). Хәҙ. электрон технологиялар нигеҙендә К. банк карталары (2003 й. 87 дананан 2011 й. 927,8 мең данаға тиклем) һәм дистанциялы банк хеҙмәте үҫешә. Шулай уҡ ҡара: Ипотека.

Р.Ш.Ғәниев, Л.Р.Ҡорманова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: