Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛИЗИНГ

Просмотров: 1057

ЛИЗИНГ (ингл. leasing), мөлкәтте һатып алыу һәм уны эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге м‑н шөғөлләнгән физик йәки юридик шәхестәргә оҙайлы ваҡытҡа ҡуртымға биреү б‑са инвестиция эшмәкәрлеге төрө. Ҡорамалдар, транспорт саралары, производство тәғәйенләнешле биналар, ҡоролмалар һәм башҡа файҙаланғандан кәмемәй торған мөлкәт Л. предметы була ала. Л., ҡағиҙә булараҡ, 3 яҡ ҡатнаша: һатыусы, Л. биреүсе (үҙ йәки заёмға алған аҡсаһын түләп һатыусынан мөлкәт алыусы Л. компанияһы) һәм Л. алыусы (Л. биреүсенән мөлкәтте ҡуртымға алыусы; уның аҙаҡ мөлкәтте ҡалдыҡ хаҡына һатып алыу хоҡуғы була). Л. төп функциялары: финанс (һатып алыусының финанс мөмкинлектәре сикле булғанда мөлкәт алыуҙы еңелләштереү); етештереү (төп фондтарҙың яңырыуы, етештереү бурыстарын тиҙ хәл итеү); һатыу (ҡиммәтле мөлкәттең һатылыуын дәртләндереү); һалым (һалым һәм амортизация ташламалары алыу). Төп формалары: финанс Л. (Л. ваҡыты үтеүгә мөлкәт Л. алыусыға күсә), оператив Л. (мөлкәт Л. биреүсегә ҡайтарыла) һәм ҡайтарма Л. (һатыусы бер үк ваҡытта Л. алыусы булып тора). Л. компанияларын ғәҙәттә банкылар ойоштора. 2001 й. БР‑ҙа 8, 2007 й. — 30‑ға яҡын, 2011 й. 37 Л. компанияһы эшләй. Респ. а.х. тауар етештереүселәрен а.х. техникаһы һәм тоҡомло мал м‑н тәьмин итеү өсөн Л. “Башсельхозтехника” ДУАХП һәм “Башҡортостан” ААЙ киң файҙалана. 2005—07 йй. “Башавтотранс” ДУП‑ы автопаркты яңыртыу маҡсатында Л. м‑н 600‑ҙән ашыу НефАЗ автобусын, 200‑гә яҡын Мерседес‑Бенц микроавтобусын, 125 КамАЗ йөк автомобилен һәм башҡа автотехника һатып ала. 2006 й. «“Башҡортостан” авиакомпанияһы» ЯСЙ Л. м‑н Боинг‑757‑200 самолётына эйә була.

А.Ш.Ғәлимова

Тәрж. Р.Х.Сәғитов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: