Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛТЫНҺЫУ ЫЛЫМЫҠТАР

Просмотров: 925

АЛТЫНҺЫУ ЫЛЫМЫҠТАР (Chrysophyta), ябай төҙөлөшлө үҫемлектәр бүлеге. 800 төрө билдәле, бөтә Ер шарында, башлыса сөсө, һирәгерәк тоҙло һыу ятҡылыҡтарында һәм диңгеҙҙәрҙә, бер нисә төрө тупраҡта таралған. Эукариот, бер күҙәнәкле (яңғыҙ йәки колониаль) йәки күп күҙәнәкле, микроскопик, хәрәкәтһеҙ йәки ирекле йәшәүсе ылымыҡ. Монада, амёба, пальмелла, һирәгерәк кокк, еп һәм пластинка һымаҡ төҙөлөшлө була. А.ы. монада стадияларында һәм формаларында төҙөлөшө һәм оҙонлоғо б‑са төрлө, һирәгерәк бер үк төрлө 1—2 (һирәкләп 4) ҡамсыһы бар. Күҙәнәгенең күпселек осраҡта күҙәнәк тышсаһы юҡ, ул ҡайһы ваҡыт плазмалемма йәки ваҡ кремнезём тәңкәләр (йыш ҡына ҡаты ҡабыҡ булып берләшеп үҫә) м‑н ҡапланған, һирәгерәк тышсаһына эзбизташ һәм тимер тоҙҙары һеңгән күҙәнәклектән төҙөлгән йорттарға бикләнгән. А.ы. хлоропластары составында a һәм c хлорофилдары, каротиндар һәм ксантофилдар, ш. иҫ. уларға алтынһыу һары йәки көрәнһыу төҫ биреүсе фукоксантин, бар. Ассимиляция матдәләре — пластиданан тыш майҙар һәм хризоламинарин. Вегетатив (күҙәнәктең икегә бүленеүе, колония тарҡалыуы, күп күҙәнәкле төрҙәрҙә ҡатлансыҡ айырылыуы һәм бөрөләнеү) йәки енесһеҙ (бер йәки ике ҡамсылы зооспоралар, амебоидтар, апланоспоралар м‑н), һирәкләп енси (гологамия, изогамия һәм автогамия) юл м‑н үрсей. А.ы. үҫеш циклына хас үҙенсәлек — цисталар барлыҡҡа килеү. Башҡортостанда башлыса әсе реакциялы мөхит булған сфагнум һаҙлығында, үле һыу ятҡылығында үҫә. Планктон (күпселек төрҙәре), бентос, нейстон составына инә, һыу экосистемаларының трофик сылбырының мөһим быуыны булып тора. Күп төрҙәре — һыу ятҡылыҡтарының таҙалыҡ күрһәткесе. Күпләп үҫкән осраҡта һыу йәшелләнеүгә килтерә. Ҡороған А.ы. сапропель составына инә.

Ф.Б.Шкундина

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019