Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИСЛАМБАҠТЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 776

ИСЛАМБАҠТЫ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Исламбаҡты а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 50 км һәм Абдулла т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.-Көнс. табан 7 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1004 кеше; 1920 — 1298; 1939 — 1305; 1959 — 849; 1989 — 493; 2002 — 516; 2010 — 446 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1742 й. алып билдәле. 1795 й. бында керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар (улар һуңынан типтәрҙәр ҡатламына күсә), 1801 й. Бәләбәй өйәҙенең ш. уҡ улусы Ташлы а. башҡорттары килеп ултыра. Тәүге төпләнеүсе Исламбаҡты Аҙнағолов исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Исламбаҡый исеме м‑н билдәле булған. 1795 й. 8 йортта 92 кеше йәшәгән, 1865 й. 77 йортта — 443 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.К.Баҙыҡов, Ә.С.Ғәниев, М.С.Ғәниева, Н.С.Ғәниев, Н.Ш.Ғөбәйҙуллин, Й.Х.Ильясов, Х.Я.Тахаев ошо ауылда тыуған.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019