Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы

Просмотров: 1294

ИШМӨХӘМӘТОВ Айрат Исмәғил улы (4.8.1932, Өфө — 29.2.2004, Мәскәү), физиолог. БР ФА‑ның почётлы акад. (1995), мед. ф. д‑ры (1970), проф. (1980). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (2004), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1971). И.Х.Ишмөхәмәтовтың улы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) 1959 й. тиклем Тирлән участка дауаханаһында (Белорет р‑ны) эшләй. 1963 й. алып СССР Мед. фәндәре акад. Мед. радиологияһы ин‑тының (Обнинск ҡ.) лаб. мөдире, 1972 й. — Н.В.Склифосовский ис. ашығыс ярҙам ҒТИ- ның (Мәскәү) лаб. етәксеһе. Фәнни эшмәкәрлеге дөйөм һәм клиник физиология, функциональ һәм нур диагностикаһы проблемаларына; патологик процестарҙың үҫеш механизмдарын, киҫкен ауырыуҙарҙы һәм травмаларҙы дауалауҙы өйрәнеүгә арналған. И. тарафынан ашҡаҙан‑эсәк юлын тикшереү өсөн радиокапсула эшләнә, РФ‑ның һәм БР‑ҙың дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында радиоизотоп м‑н диагностикалау ысулдары индерелә. “Ҙур медицина энциклопедияһы”н (“Большая медицинская энциклопедия”; 29 томда, 1971—1988), “Ҡыҫҡаса медицина энциклопедияһы”н (“Краткая медицинская энциклопедия”; 3 томда, 1972—1974) һәм “Медицина терминдарының энциклопедик һүҙлеге”н (“Энциклопедический словарь медицинских терминов”; 3 томда, 1982—1984) сығарыуҙа ҡатнаша. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 1 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Рентгеновская компьютерная томография при травме и острых заболеваниях. Уфа, 2001 (авторҙ.); Компьютерные технологии в анализе клинико-физиологических исследований в неотложной хирургии. М., 2002 (авторҙ.); Клиническая физиология неотложных состояний. М., 2004.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0
Связанные статьи: