Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОТЛОҒУЖА, Ғафури р‑нындағы ауыл

Просмотров: 857

ҠОТЛОҒУЖА, Ғафури р‑нындағы ауыл, Бельский а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 22 км һәм Аҡкүл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 736 кеше; 1920 — 961; 1939 — 1051; 1959 — 727; 1989 — 379; 2002 — 307; 2010 — 314 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 1‑се ярт. Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Ҡотлоғужа Сәфәрғоловтың исеме м‑н аталған. 1747 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған, 1757 й. — типтәрҙәрҙең яңы төркөмө һәм мишәрҙәр. 1770 й. ауылда И.И.Лепёхин булып киткән. 1795 й. 8 йортта 57 кеше йәшәгән, 1865 й. 98 йортта — 493 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр, алтын приискыларында һәм з‑дтарҙа эшләгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете теркәлгән; шөғөлдәр араһында аҡташ ҡомо сығарыу булған. Ауыл эргәһендә, Ағиҙел й. уң ярында өҫкө аҡбур ҡатламдары асылып ятҡан Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Ф.Н.Вәхитов, Р.К.Ғарифуллин ошо ауылда тыуған.

Ғ.Ш.Шәйәхмәтов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов


Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019