Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сәфиулла улы

Просмотров: 1577

ҠУНАФИН Ғиниәтулла Сафиулла улы (22.11.1946, БАССР‑ҙың Ғафури районы Сәйетбаба а.), әҙәбиәт белгесе. БР ФА‑ның мөхбир ағзаһы (2012), филология фәндәре докторы (1998), профессор (1999). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2009), БР‑ҙың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2006). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1976 й. алып ТТӘИ‑лә эшләй. 1981 й. башлап БДУ‑ла: 1986 й. алып филология факультетының декан урынбаҫары, 1990 й. — башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты деканы, 2000 й. — 20 б. тиклемге башҡорт әҙәбиәте кафедраһы, 2013 й. башлап башҡорт әҙәбиәте, фольклоры һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2012—16 йй. БР ФА гуманитар фәндәр бүлегенең академик‑секретары. Фәнни тикшеренеүҙәре башҡорт әҙәбиәте тарихына, ауыҙ-тел әҙәбиәтенә, әҙәбиәт теорияһына, тарихи поэтикаға арналған. Ш.Зәки һәм М.И.Өмөтбаев әҫәрҙәрен текстологик яҡтан тикшерә. “Башҡорт әҙәбиәте тарихы” (1990—1996), “Башҡортостан: атлас. Тарих. Мәҙәниәт. Этнография” (“Башкортостан: атлас. История. Культура. Этнография”; 2007), “Башҡорт халҡының тарихы” (“История башкирского народа”; 2009—13) баҫмалары авторҙарының береһе. Башҡорт әҙәбиәте һәм Башҡортостан мәҙәниәте буйынса дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы. Ж.Кейекбаев исемендәге (2001), М.Ғафури исемендәге (2010), М.Өмөтбаев исемендәге (2011, 2013) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2019).

 Х е ҙ м.: Замандарҙың рухи балҡышы: әҙәбиәт теорияһы, тарихи поэтика мәсьәләләре, ижади портреттар, әҙәби тәнҡит мәҡәләләре. Өфө, 2006; XIX—XX быуат башы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеш үҙенсәлектәре. Өфө, 2014; Башкирская поэзия ХIХ — начала ХХ веков: вопросы жанровых и идейно-художественных особенностей. Уфа, 2011.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.04.2023
Связанные темы рубрикатора:
Шәхестәр:
0