Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠОШСО КАНТОНЫ

Просмотров: 1051

ҠОШСО КАНТОНЫ, 1919 й. 20 мартында Златоуст өйәҙе (Екатеринин, Иҫке Балаҡатай, Ҡытаутамаҡ, Оло Ҡошсо) һәм Красноуфимск өйәҙе (Билән, Оло Аҡа, Теләш, Шәкүр, Әҙеғол, Юва һәм Манчаж, Сажин, Яңы Златоуст улустарының бер өлөшө) улустарын бүлеп сығарыу нигеҙендә АСБР составында ойошторола. 1917 й. ойошторолған автономиялы Башҡортостандың Ҡ.к. сиктәре нигеҙ итеп алынған. Төньяҡ-көнбайышта, төньяҡта һәм көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡта — Дыуан кантоны, көньяҡ-көнбайышта һәм көнбайышта Златоуст өйәҙе менән сиктәш була. Административ үҙәге — Билән ауылы. Кантон 1919 й. сентябрендә бөтөрөлә, территорияһы Дыуан-Ҡошсо кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. М.Х.Хужин

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.08.2023