Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЫУАН-ҠОШСО КАНТОНЫ

Просмотров: 1004

ДЫУАН-ҠОШСО КАНТОНЫ, 1919 й. сентябрендә Дыуан кантонының — 10 һәм Ҡошсо кантонының 10 улусынан АСБР составында ойошторола. Төньяҡта һәм көнсығышта — Красноуфимск өйәҙе, көньяҡ-көнсығышта — Златоуст өйәҙе, көньяҡ-көнбайышта — Өфө өйәҙе һәм Көҙәй кантоны, көнбайышта Златоуст һәм Бөрө өйәҙҙәре менән сиктәш була. Майҙаны — 8435 км2. Халҡы 1920 й. — 112371 кеше. 1921 й. 38 китапхана, 2 уҡыу йорто булған. Кантон 1922 й. 5 октябрендә бөтөрөлә, территорияһы (20 улус) Мәсәғүт кантоны составына инә.

Ф.Ғ.Нуғаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.05.2023