Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЛМАШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл

Просмотров: 636

ҠАЛМАШБАШ, Саҡмағош р‑нындағы ауыл, Ҡалмашбаш а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 19 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 49 км алыҫлыҡта Ҡалмаш й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1838 кеше; 1920 — 2257; 1939 — 959; 1959 — 1090; 1989 — 878; 2002 — 843; 2010 — 774 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 17 б. Ҡазан даруғаһы Дыуанай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1702 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр, һуңыраҡ мишәрҙәр килеп ултырған. Исеме гидронимдан алынған. 1795 й. 567 кеше йәшәгән, 1865 й. 208 йортта — 1127 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 мәсет, училище, 2 һыу тирмәне, 8 сауҙа кибете булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея кибете, 3 тирмән, 2 мөгәзәй теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019