КАЛМЫКОВ Михаил Васильевич
КАЛМЫКОВ Михаил Васильевич (20.11.1888, Тверь губернаһы — 16.4.1938, Мәскәү ҡ.), революция хәрәкәте эшмәкәре. Комкор (1935). 1917 й. алып РСДРП(б) ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. РККА Хәрби академияһын тамамлаған (Мәскәү ҡ., 1924). 1910—17 йй. рус армияһында, өлкән унтер-офицер; 1918 й. башлап Ҡыҙыл армияла. 1917 й. июленән Богоявленск хәрби дружинаһы (ҡара: Ҡораллы халыҡ хәрби ойошмалары) командиры, Ырымбур казак ғәскәре частарына ҡаршы һуғыштарҙа һәм Йыйылма Урал отряды походында ҡатнаша. 1918 й. алып 269‑сы уҡсылар полкы, 1920 й. 30‑сы уҡсылар дивизияһы 89‑сы уҡсылар бригадаһы командиры, 1921 й. 42‑се уҡсылар дивизияһы начальнигы. 1924 й. башлап 2‑се Төркөстан уҡсылар дивизияһы командиры, 1927—29 йй. 1‑се, 1930 й. алып 19‑сы һәм 1932 й. — 20‑се уҡсылар корпусы командиры һәм хәрби комиссары, бер үк ваҡытта 1932 й. башлап Айырым Алыҫ Көнсығыш армияһы командующийы ярҙамсыһы. СССР ҮБК‑ның 6—7‑се, Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 15—16‑сы һәм Үзбәк ССР‑ы ҮБК‑ның 1‑се саҡырылыш ағзаһы. 2‑се, 3‑сө (1914 й. декабре) һәм 4‑се (1914 й. декабре) дәрәжә Георгий тәреләре, Ленин (1936), Ҡыҙыл Байраҡ (1920, 1921) ордендары менән бүләкләнгән. Репрессиялана (1937), атыла. 1956 й. аҡлана. Уның исеме менән Карталы ҡ. урам аталған.
Әҙәб.: А л е к с е е в Д.Г., Г о л у б ы х М.Д., К а л м ы к о в В.М. Комкор М.В.Калмыков: док. повесть. Уфа, 1988; П а л ь Р. Выкован в пламени //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995.
Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон
Тәрж. М.Х.Хужин