Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КАМАЕВ Рәшит Борхан улы

Просмотров: 1467

КАМАЕВ Рәшит Борхан улы (22.2.1937, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Яңауыл а., хәҙер Яңауыл ҡ., — 6.5.2000, Өфө ҡ.), социолог. Философия фәндәре докторы (1986), профессор (1987). БР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). Бөрө педагогия институтын тамамлағандан һуң (1961) ВЛКСМ‑дың Тәтешле район комитеты, 1962 й. алып Әлшәй ауыл производство идаралығының комсомол ойошмаһы секретары. 1965 й. башлап Яңауыл районы Айбүләк тулы булмаған урта мәктәбе директоры, 1967 й. — КПСС‑тың Яңауыл, 1969 й. алып Нуриман район комитеттарының пропаганда бүлеге мөдире. 1974 й. алып ӨАИ‑ла (1989 й. башлап фәнни коммунизм кафедраһы мөдире). 1990 й. башлап ӨДНТУ‑ла эшләй: философия кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 1995 й. алып гуманитар факультет деканы. Фәнни хеҙмәттәре ҡала һәм ауылдың үҙ-ара бәйләнешенә, ауыл производство коллективтарының социаль үҫеш проблемалары методологияһына, урбанизация процестарын моделләштереү һәм көйләүгә арналған.

  Х е ҙ м.: Новый промышленный центр и село. М., 1983 (авторҙ.); Преодоление существенных различий между городом и деревней. Саратов, 1986.

Н.Ф.Ғиндуллин

Тәрж. М.Ә.Ҡотлоғәлләмов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.08.2023
Связанные темы рубрикатора: