Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺЫНТАШТАР

Просмотров: 1699

ҺЫНТАШТАР, тарих һәм архитектура ҡомартҡылары. Башҡортостанда Һ. тораташтарҙан (яугирҙарҙы, ҡайһы берҙә ҡатын‑ҡыҙҙарҙы сағылдырған 1,4 м бейеклектәге һындар), менгирҙарҙан (ергә вертикаль ҡаҙып ултыртылған 1—2 м бейеклектәге мегалитик ҡоролмалар), болан таштарынан (яҙыулы йәки һүрәт төшөрөлгән гранит һындар) ғибәрәт. Көньяҡ Уралда Һ. ҡороу Евразияның урман‑дала һәм дала төрки ҡәбиләләре традицияһына барып тоташа. Һ. ҡалҡыу урындарҙа (тауҙарҙа, убаларҙа һ.б.), ҡурғанлы ҡәберлектәрҙә (йышыраҡ өйөмдәрҙең көнсығыш яғында) урынлашҡан. Иң боронғо Һ. бронза быуатына ҡарай. Ике һыҙатҡа теҙелгән 20 таштан торған менгирҙар аллеяһы (ҡара: Байыш ҡурғандары) табылған. Ғүмәр ҡәберлегендә табылған болан ташы тибындағы гранит һын иртә тимер быуатҡа ҡарай. Унда диадема, муйынсаҡ, ҡылыс һәм йәйә тағылған билбау айырыла. Әҡембәт ҡурғандарында 11—12 бб. ҡараған 2 тораташ табылған. Башы, яурындары, йөҙөндә тура ҡырлы танауы, ҡаштары, ауыҙы асыҡ күренә. Хәйбулла р‑ны Подольск а. янында 1998 й. Г.Н.Гарустович тарафынан ҡурғанлы ҡәберлектәрҙә табылған 3 тораташ ҡыҙыҡһыныу уята. Һындар ҡатын‑ҡыҙҙарҙың скульптур һүрәтләнеше булып тора: осло түбәле баш кейеме, йөҙө, муйыны, күкрәге, ҡулдары, йөҙөндә — ҡаштары, танауы, ауыҙы айырыла (ТТӘИ фондтарында һәм Милли музейҙа һаҡлана). Ҡатын‑ҡыҙ фигуралары урындағы хужабикәне, ырыу ҡурсалаусыһын йәки Умай алиһәне (ҡатын‑ҡыҙ һәм уңыш башланғысын), Ер һәм Һыуҙы һынландыра, тип фараз ителә. Һ. янында йолалар башҡарылған, ат, һарыҡ һөйәктәре, күмер табылған. Һ. ҡорбан килтереү‑иҫкә алыуҙың уникаль ҡомартҡылары булып тора, исламға тиклемге дини инаныуҙарҙы сағылдыра, ата‑бабалар культы м‑н бәйле, тип фараз ителә.

Әҙәб.: Ч а р и к о в А.А. Две разновременные группы каменных статуй Приуралья Проб­лемы средневековой археологии Урала и Поволжья. Уфа, 1987; Г а р у с т о в и ч Г.Н. Древнетюркское языческое святилище с каменными изваяниями на реке Макан в Башкортостане

Вестник Академии наук Республики Башкортостан. 2005. Т.10. №2.

Г.Н.Гарустович

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019