Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МАНШЫР НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ

Просмотров: 1479

МАНШЫР НЕФТЬ ЯТҠЫЛЫҒЫ, республиканың төньяҡ‑көнбайышында Дүртөйлө һәм Илеш райондары территорияһында урынлашҡан. Бөрө биләненең Саҡмағош валында контраст антиклиналь структураға тура килә. Оҙонлоғо 30 км, киңлеге 10 км. Ятыштары структуралы, көмбәҙле. Девон, тула һәм бобрик горизонттарының терриген ҡатлауҙары ҡомташтарында, турней ярусы, урта карбондың кашира горизонты карбонаттарында нефть бар. Төп запастары (96%) аҫҡы карбон терриген ҡатлауҙарының (ҡалынлығы 15 м тиклем) 6 ҡатламына тура килә. Нефте ауыр (тығыҙлығы 0,891 г/см3), ҡуйы (18 МПа•с), уның газ факторы 20 м33. 1953 й. асыла, 1957 й. файҙаланыуға тапшырыла. «Башнефть АНК» асыҡ АЙ “Башнефть—  Добыча” ЯСЙ‑ның Чекмагушнефть НГДУ‑һы үҙләштерә.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Г.М.Ғәлиева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 31.03.2023
Связанные темы рубрикатора: