Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХАЛЫҠТАР АССАМБЛЕЯҺЫ

Просмотров: 1030

ХАЛЫҠТАР АССАМБЛЕЯҺЫ, БР-ҙың йәмәғәт ойошмаһы, БР-ҙа һәм РФ-та милләт-ара татыулыҡты һаҡлау һәм нығытыу маҡсатында ойошторола. Өфө ҡ. урынлашҡан. 2000 й. июнендә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы), БР-ҙың Сыуаштар канашы (съезы), Башҡортостан урыҫтары соборы, Башҡортостан татарҙары конгресы башҡарма комитеттары һ.б. милли‑мәҙәни берекмәләр тарафынан булдырыла. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы бүлексәһе. БР райондарында һәм ҡалаларында Х.а. советтары эшләй. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: БР-ҙың милли һәм социаль-иҡтисади сәйәсәтен тормошҡа ашырыуға, РФ составында Башҡортостандың хоҡуҡи хәлен нығытыуға, БР халыҡтарының мәҙәни-тарихи мираҫын һаҡлауға һәм рухи үҫешенә булышлыҡ итеү; БР-ҙан ситтә йәшәгән башҡорттар менән бәйләнеш урынлаштырыу (ҡара: Башҡорт диаспоралары) һ.б. Ойошма тарафынан 3 съезд (2000, 2009, 2015), даими рәүештә республика халыҡтарының милли-мәҙәни бәйләнешенә арналған республика фәнни-ғәмәли конференциялары, байрамдар һ.б. саралар үткәрелә. Рәйестәре: Н.А.Мәжитов (2000 й. алып), Ә.Ғ.Мостафин (2009 й. алып), З.Й.Рәхмәтуллина (2015 й. алып).

Т.Х.Ишкинин

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.01.2023