Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЛЕЙСАН, лимон сорты

Просмотров: 985

ЛЕЙСАН, лимон сорты. 1992 й. Ф.В.Садиҡова тарафынан Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы теплицаһында сығарыла. Бейеклеге 2,5—3 м булған уртаса ҡуйылыҡтағы түңәрәк сатырлы ағас. Үрендеһе уртаса йыуанлыҡта, дуға формаһында, төкһөҙ. Япрағы уртаса ҙурлыҡта, йәшел, ялтыр, сите киртләсле. Емеше эре, ауырлығы 280—500 г, йомортҡа формаһында, яҫы нигеҙле, аҙыраҡ ҡытыршы, ҡыҙғылт һары төҫтә. Ҡабығы ҡалын, йомшаҡ, ялтыр, майлы. Итсәһе һарғылт аҡ, һутлы, әскелтем-сөсө. Өлгөрөү ваҡыты: йыйыу өсөн — сентябрь аҙағында, ҡулланыу өсөн — октябрь аҙағынан март аҙағына тиклем. Шәкәр миҡдары — 2,68—4,7%, кислота (башлыса лимон кислотаһы) — 3,28—4,2%, С витамины — 34,1—41,9 мг%. Уңдырышлылығы — 1 ағастан 27,5 кг (Уҡытыу‑тәжрибә хужалығы, 2007). РФ һәм БР буйынса ҡулланылышҡа 2007 й. индерелгән, ябыҡ грунтта үҫтерелә.

Ф.В.Садиҡова

Тәрж. Г.А.Миһранова



Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.02.2024