Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

УРМАН ПИТОМНИГЫ

Просмотров: 900

УРМАН ПИТОМНИГЫ, 1) урманда үҫкән ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарының ултыртыу материалын (үҫенте һәм үрсетмәлектәрен) үҫтереү хужалығы. 2) Урман тоҡомдарының ултыртыу материалын үҫтергән ер участкаһы. Биләгән майҙандың ҙурлығы б‑са — ваҡ (5 га тиклем), уртаса (5—15 га) һәм эре (15 га ашыу), эшмәкәрлек ваҡыты б‑са ваҡытлыса (5 йылға тиклем ваҡытҡа) һәм даими (төп) У.п. айырыла. Даими У.п. продукция биргән һәм ярҙамсы бүлектәре була. Продукция биргән бүлегендә сәсеү (орлоҡтарҙан үҫентеләр үҫтерелә), мәктәп (үҫенте һәм сыбыҡсаларҙан үрсетмәлектәр үҫтерелә) һәм инә (У.п. ағас һәм ҡыуаҡ тоҡомдарының орлоҡтары һәм сыбыҡсалары м‑н тәьмин итә) бүлексәләр бар. Ярҙамсы бүлеге һаҡлау һәм хужалыҡ ойоштороу функцияларын үтәүгә тәғәйенләнә. У.п. тупраҡҡа йыш эшкәртеү осрағында һәм ултыртыу материалын ҡаҙып алғанда интенсив механик тәьҫир итеү, үҫемлектәр массаһын тулыһынса алып ташлау, серетмәле ваҡ ерҙе сығарыу тупраҡтың боҙолоуына һәм уның уңдырышлылығын тергеҙеү кәрәклегенә килтерә. Башҡортостанда 19 б. 80‑се йй. башында Бәләбәй өйәҙе Өҫән‑Ивановка заводы а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны Өҫән‑Ивановка а.) эргәһендә тәүге У.п. береһе ойошторола. 2013 й. БР терр‑яһында 106 даими У.п. эшләй, дөйөм майҙаны 845 га була. Уларҙың иң ҙурҙары: Туймазы урман хужалығының Бишенде У.п., Борай һәм Ҡыйғы урман хужалыҡтарының ш. уҡ исемле У.п. Республикала йыл һайын 114 млн дананан ашыу ултыртыу материалы, ш. иҫ. 52,4 млн дана стандарт ултыртыу материалы һәм яҡынса 10 млн дана 4—5 йәшлек ултыртыу материалы, ябыҡ тупраҡта үҫтерелгән ылыҫлы һәм япраҡлы тоҡомдарҙың яҡынса 3 млн үҫентеһе үҫтерелә. У.п. агрокәҫле көлһыу тупраҡта (дөйөм У.п. майҙанының яҡынса 5,5%‑ы), текстуралы‑айырымланған агроһоро (33,2%), балсыҡлы‑иллювиаль агроҡара тупраҡтарҙа (42%), агроһоро һәм агроҡара тау тупрағында (10,4%), иллювиаль ҡара серетмә тупрағында (8,9%) булдырыла. 20 б. 60‑сы йй. башлап БР Урман хужалығы министрлығының Урман эксперименталь производство ғилми‑тикшеренеү лаб. У.п. тупрағы өйрәнелә, агрохимик яҡтан тикшерелә, уларҙа ултыртыу материалын үҫтереү агротехникаһы эшләнә (А.А.Баталов, В.Ш.Ғатауллин, Ф.В.Садиҡова, З.С.Сурағолова, Ф.Г.Хөсәйенов һ.б.). У.п. үҫеше м‑н М.Х.Абдулов, И.А.Ибраһимов, Н.Ф.Морозов, И.С.Юлашев һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Әҙәб.: Ч у р а г у л о в а З.С. О защитном лесоразведении в Башкирском Зауралье. Уфа, 1998; ш у л у ҡ. Почвы лесных питомников Южного Урала: состояние, изменения, оптимизация. М., 2003; ш у л у ҡ. Полезные растения лесов Башкортостана: опыт использования и выращивания посадочного материала. Уфа, 2013.

З.С.Сурағолова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019