Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДӘҮЛӘТ НАГРАДАЛАРЫ

Просмотров: 2172

ДӘҮЛӘТ НАГРАДАЛАРЫ Башҡортостан Республикаһының, респ. һәм уның күп милләтле халҡы алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн граждандарҙы дәртләндереүҙең юғары формаһы. БР-ҙың “Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградалары һәм маҡтаулы исемдәре тураһында” 2005 й. 30 дек. Законына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай тарафынан булдырыла; бүләкләү т‑дағы ҡарарҙы Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡабул итә. РФ граждандары, сит ил граждандары, ш. уҡ гражданлығы булмаған кешеләр БР‑ҙың Д.н. м‑н бүләкләнә ала. БР‑ҙың Д.н. 3 орд., “Әсәлек даны” миҙалы, “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” ҡаһарманлыҡ билдәһе, Башҡортостан Республикаһының (1984—95 БАССР‑ҙың, БР ЮС‑ы Президиумы) почёт грамотаһы, премиялар, маҡтаулы исемдәр инә.

“Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” ордены (статусы 1998 й. раҫлана). 8 мөйөшлө йондоҙ рәүешендә көмөштән эшләнгән, уртаһында стилләштерелгән ҡурай сәскәһе һүрәте төшөрөлгән, 8 мөйөшлө йондоҙ м‑н ҡаймаланған медальон. Ордендың билдәһе (диам. — 50 мм) БР-ҙың дәүләт флагы төҫтәрендәге буй һыҙыҡтар төшөрөлгән таҫма м‑н тышланған 4 мөйөшлө ҡалыпҡа (35×25 мм) тоташа. Респ. алдында, дәүләт һәм йәмәғәт тормошонда һ.б. айырым ҡаҙаныштарға өлгәшкән кешеләр бүләкләнә. Беренселәрҙән булып М.Ғ.Рәхимов, быраулаусы М.Т.Ғәйнуллин, машинист В.И.Лясковский бүләкләнгән.

Халыҡтар дуҫлығы ордены (1998). Бер-береһе м‑н үҙ-ара бәйле үрелеп килгән аҡ таҫмаларҙан эшләнгән 7 мөйөшлө йондоҙ рәүешендә, көмөштән яһалған, уртаһында ҡояш билдәһе төшөрөлөп, башҡ. һәм урыҫ телдәрендә “Халыҡтар дуҫлығы” яҙыуы булған ҡулса м‑н ҡаймаланған медальон. Орден билдәһенең диам. — 45 мм. Халыҡтар араһындағы дуҫлыҡ һәм берҙәмлекте нығытыуға мөһим өлөш индергән, БР фәне һәм иҡтисадына фиҙаšәр хеҙмәт иткән кешеләр бүләкләнә. Беренселәрҙән булып Ханты-Манси авт. округының губ. А.В.Филипенко, Белорет р‑нының хакимиәт башлығы Е.Я.Карепанов бүләкләнгән.

Салауат Юлаев ордены (1998). Көмөштән һәм көмөш м‑н нейзильбер иретмәһенән ҡырлы шымартылған нурҙары булған 7 мөйөшлө йондоҙ рәүешендә эшләнгән, уртаһында Салауат Юлаевтың барельефы баҫылған медальон. Орден билдәһенең диам. — 50 мм. Кешеләрҙе ҡотҡарғанда ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәткәндәр, производство, мәҙәниәт, фән өлкәһендәге ҡаҙаныштарға, йәмәғәт тәртибен һаҡлау хеҙмәттәрендә, йәш быуынды уҡытыу һәм тәрбиәләүҙә уңыштарға өлгәшкәндәр һ.б. бүләкләнә. Беренселәрҙән булып механизатор И.З.Буранғолов, И.М.Гвоздикова, З.Ғ.Исмәғилев бүләкләнгән.

“Әсәлек даны” миҙалы (миҙалдың тасуирламаһы, уға тәҡдим итеү тәртибе 1998 й. раҫлана). Алтын ялатылған овал миҙал, баланы ҡояшҡа күтәреп торған әсәнең рельефлы һыны төшөрөлгән. Миҙалдың билдәһе БР-ҙың дәүләт флагы төҫтәрендәге 3 төрлө эмаль м‑н ҡапланған фигуралы металл ҡалып (киңлеге 25 мм) м‑н тоташа. Үлсәме — 35×30 мм. 5 һәм унан да күберәк бала тапҡан (уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алған) һәм тәрбиәләгән әсәләр бүләкләнә. Беренселәрҙән булып В.Н.Аралбаева, В.Д.Боровикова, К.Б.Ғәфиәтуллина бүләкләнгән.

“Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” ҡаһарманлыҡ билдәһе (ҡаһарманлыҡ билдәһе т‑дағы положение 1998 й. раҫлана). Уртаһына стилләштерелгән ҡурай сәскәһе һүрәте төшөрөлгән 8 нурлы медальон урынлаштырылған 8 мөйөшлө йондоҙ рәүешендә. Билдә (диам. 40 мм) ромб биҙәге фонында БР флагы төҫтәрендәге таҫмалар төшөрөлгән 4 мөйөшлө ҡалып (28×10 мм) м‑н тоташа. Проф. оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт өсөн, эш сифатын күтәргән һәм яҡшы эшләгәндәр бүләкләнә. Беренселәрҙән булып Ә.М.Абдрахманова, А.И.Андреев, С.Ә.Баһауетдинов, С.В.Ильина, М.И.Филиппов бүләкләнгән.

БР-ҙың Почёт грамотаһы м‑н Башҡортостан Республикаһындағы соц.-иҡт. һәм мәҙәни үҫешкә шәхси өлөш индергән һәм башҡа хеҙмәттәр өсөн бүләкләнәләр.

М.Б.Ямалов

Тәрж. Ә.Н Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019