Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘМЛИЕВ Игорь Айрат улы

Просмотров: 611

МӘМЛИЕВ Игорь Айрат улы (7.9.1951, Октябрьский ҡ. — 20.4.2017, БР‑ҙың Өфө районы Михайловка а.), балалар хирургы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2013). БР‑ҙың атҡаҙанған табибы (2001), СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1990). БДМИ‑ны тамамлаған (1974). 1975 й. алып Республика балалар клиник дауаханаһында, 1990 й. — БДМУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге күкрәк ситлеге һәм ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзалары ауырыуҙары диагностикаһында эндоскопия ҡулланыуға, педиатрияла, ш. иҫ. травмалар, тыумыштан үҫеш кәмселеге, сей яра ауырыуы, үт ташы ауырыуы, аппендицит, перитонит, үпкәнең хроник специфик булмаған ауырыуҙары һ.б. ваҡытында видеоторакоскопик һәм видеолапароскопик операциялар ысулдарын эшләүгә һәм камиллаштырыуға арналған. М. ҡатнашлығында балаларҙа экссудатлы плеврит булғанда һәм плевра эмпиемаһын торакоскопик дауалағанда аҙ инвазив ҡатнашлыҡ күрһәткестәрен билдәләү ысулдары эшләнгән.

  Х е ҙ м.: Эндоскопическая хирургия у детей. М., 2002 (авторҙ.). 

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.02.2024