Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАЗАРОВ Рәшит Сәйетбаттал улы

Просмотров: 1707

НАЗАРОВ Рәшит Сәйетбаттал улы (1.11.1944, БАССР‑ҙың Ауырғазы районы 2‑се Төрөмбәт а., хәҙер БР‑ҙың шул уҡ районы Төрөмбәт а., — 14.10. 2006, Ишембай ҡ., тыуған яғында ерләнгән), шағир. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1993). “Таңды ҡаршылау” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1965 й. сыға. Н. шиғриәте өсөн ысынбарлыҡты нескә лирик тойомлау, фәлс. уйланыуҙар тәрәнлеге, поэтик образдарҙың үҙенсәлеклеге хас. Ижадында шағир фольклор, көнсығыш һәм Европа әҙәбиәттәре традицияларына таяна. “Ҡояш юлы буйлап” (1970), “Йөрәгемде һеҙгә илтәм” (1991), “Йәшен” (1994) китаптарына ингән әҫәрҙәренә темперамент, тәрән психологизм, романтик күтәренкелек хас. Н. шулай уҡ сатирик (“Ғәйбәт тоҡсайы”, “Ялыусы” һ.б.) һәм юмористик (“Председатель”, “Карьерист”, “Ғашиҡ булдым” һ.б.) шиғырҙар, мәҫәлдәр (“Остаз”, “Сусҡа хаты”, “Борсаҡ”), эпиграммалар ижад иткән. Әҫәрҙәре урыҫ, төрөк һәм татар телдәренә тәржемә ителгән. Н. шиғырҙарына композитор З.Ғ.Исмәғилев тарафынан хор (а capella) өсөн “Әсә һүҙҙәре” циклы ижад ителгән. БР‑ҙың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2004), Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия (1996) лауреаты. Төрөмбәт урта мәктәбендә Н. кабинет-музейы эшләй, мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Х е ҙ м.: Әҫәрҙәр: 2 томда. Өфө, 2002—2005. 

Р.Ф.Мифтахов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.02.2024
Связанные темы рубрикатора: