Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАДИРОВ Надир Кәрим улы

Просмотров: 1069

НАДИРОВ Надир Кәрим улы (6.1.1932, Әзербайжан ССР‑ы Кикач а. — 24.8.2021), химик‑технолог. Ҡаҙағстан Республикаһы Милли ФА академигы (1983), БР ФА‑ның почётлы академигы (1991). Химия фәндәре докторы (1967), профессор (1970). Ҡаҙаҡ ССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1982), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1991), Ҡаҙағстан Республикаһының почётлы инженеры (2001), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). Ҡыҙылурҙа педагогия институтын тамамлағандан һуң (1953), Ҡаҙаҡ ССР‑ы Сулаҡ‑Тау ҡсб урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1959 й. алып Хабаровск педагогия институтында химия кафедраһы мөдире, 1968 й. — фәнни эштәр буйынса проректор, бер үк ваҡытта Ҡаҙаҡ химия‑технология институтының (Шымкент ҡ.) нефть һәм газ эшкәртеү технологияһы кафедраһы мөдире. 1975— 84 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА‑ның Нефть химияһы һәм тәбиғи тоҙҙар институты (Гурьев ҡ.) директоры, 1986—87 йй. төп ғилми хеҙмәткәре, бер үк ваҡытта 1977— 86 йй. Ҡаҙаҡ ССР‑ы ФА Президиумының төп ғилми секретары. 1987— 2000 йй. “Монай” Ғилми‑производство үҙәгенең, бер үк ваҡытта 1990— 93 йй. — “Казнефтебитум” ҒПБ‑ның (икеһе лә — Алма-ата ҡ.) 1‑се вице-президенты. Фәнни тикшеренеүҙәре ныҡ ҡуйы нефттәрҙе һәм тәбиғи битумдарҙы сығарыу, ташыу, комплекслы эшкәртеү химияһына, химик технологияһына, ш. иҫ. углеводородтарҙы каталитик гидрирлау һәм гидрогенолизлауға, арналған. 2 1997 й. алып Ҡаҙағстан Республикаһы Милли инженерлыҡ академияһы 1‑се вице‑президенты, 1998 й. — “Нефть и газ” (“Нефть һәм газ”) журналының баш мөхәррире (Алма-ата ҡ.). 1997 й. Ҡаҙағстан Республикаһының “Барбанг” курдтар ассоциацияһы президенты, 2004 й. — почётлы президенты. Ҡаҙаҡ ССР‑ының фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы (1980), И.М.Губкин исемендәге (1983), Ҡ.И.Сәтбаев исемендәге (2003) премиялар лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981), “Курмет” (“Хөрмәт”, 1999), “Достык” (“Дуҫлыҡ”, 2006), “Парасат” (“Сәләмәт фекерлелек”, 2011; бөтәһе лә — Ҡаҙағстан) ордендары менән бүләкләнгән.

 Х е ҙ м.: Новые нефти Казахстана и их использование: в 8 кн. Алма‑Ата, 1979—1987 (авторҙ.); Нефтебитуминозные породы: в 5 кн. Алма‑Ата, 1982—1988 (авторҙ.); Высоковязкие нефти и природные битумы: в 5 т. Алма‑Ата, 2001 (авторҙ.).

Э.Ғ.Теләшев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.04.2023
Шәхестәр:
0