Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МӘМӘК, Кушнаренко р‑нындағы ауыл

Просмотров: 715

МӘМӘК, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Шәрип а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Ҡармасан й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 912 кеше; 1920 — 1251; 1939 — 1384; 1959 — 998; 1989 — 560; 2002 — 519; 2010 — 437 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Ҡаршын улусының Аҡбаш а. (хәҙ. Үрге Аҡбаш а.) башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсе Мәмәк Ҡатыҡов исеме м‑н аталған. 1784 й. керҙәшлек килешеүе б‑са М. эргәһендә Туйһабан( ҡ) исемле типтәрҙәр торамаһы барлыҡҡа килә, 19 б. уртаһынан уның халҡы М. м‑н бергә иҫәпкә алынған. 18 б. аҙ. бында ш. уҡ шарттарҙа мишәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. 29 йортта 168 кеше йәшәгән, 1865 й. 110 йортта — 613 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1896 й. мәсет, 2 бакалея кибете, 2 мөгәзәй теркәлгән. М.Н.Арыҫланов ошо ауылда тыуған. 

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019