Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠРА

Просмотров: 561

БАҠРА (Agrostemma), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 3 төрө билдәле, Евразияның уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда сәсеү Б. үҫә. Бер йыллыҡ йомшаҡ төклө үлән. Һабағы төҙ, бейеклеге 30—80 см. Япраҡтары ҡапма‑ҡаршы, ҡыяҡ йәки ҡыяҡ‑ланцет. Сәскәһе ҡуйы ал, һабаҡ осонда, яңғыҙ һәм эре. Тоташып үҫкән каса япрағы 10 ҙур һеңерсәле һәм 5 ҡыяҡлы. Июнь—сентябрҙә сәскә ата. Емеше — бер оялы оҙонса көршәк формаһындағы ҡумта, июль—октябрҙә өлгөрә. Элек сәсеүлектәрҙә киң таралған сүп үләне, хәҙер һирәкләп республиканың төньяҡ райондарында осрай. Яҙғы культураларҙың, һирәгерәк ужым культураларының ҡый үләне. Ағыулы үҫемлек. Декоратив үҫемлек. Составында кумариндар, сапониндар, стероидтар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.12.2022
Связанные статьи: