Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАДЕЖДИНО, Бәләбәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1319

НАДЕЖДИНО, Куроедово, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Аксаков а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 7 км һәм Аксаков т. юл ст. Т. табан 2 км алыҫлыҡта Сиушка й. (Өҫән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1085 кеше; 1920 – 1168; 1939 – 904; 1959 – 335; 1989 — 411; 2002 – 498; 2010 – 701 кеше. Урыҫтар, татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана, Аксаковтар ғаиләһе музейы (ҡара: Аксаков музейы), Димиртий Солунский сиркәүе бар; Аксаков тарихи-мәҙәни үҙәге эшләй.

 Ауылға сама м‑н 18 б. уртаһында отставкалағы полк. М.М.Куроедовтың крепостной крәҫтиәндәре Ҡазан даруғаһы Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан һатып алынған ерҙәрҙә Куроедово исеме м‑н нигеҙ һала. 19 б. Аксаковтар нәҫеленең имениеһы була. 19 б. 1‑се ярт. хәҙ. исемен (Надежда Куроедова исеменән) йөрөтә. Шулай уҡ Дмитриев булараҡ билдәле булған. 1865 й. 166 йортта 1138 кеше йәшәгән. Игенселек, балсыҡтан көршәк яһау кәсебе м‑н шөғөлләнгәндәр. Н. улус идараһы урынлашҡан, сиркәү, училище, туң май иретеү з‑ды, 2 һыу һәм 2 ел тирмәне булған. 1906 й. сиркәү, сиркәү-мәхәллә мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 2 тимерлек, шарап һәм 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. И.С.Аксаков ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019