Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОРСК-ЫРЫМБУР ҠАҘАҠ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ

Просмотров: 1022

ОРСК-ЫРЫМБУР ҠАҘАҠ УҠЫТЫУСЫЛАР МӘКТӘБЕ. 1883 й. Орск ҡ. урыҫ‑ҡаҙаҡ һәм урыҫ‑башҡ. башланғыс мәктәптәре өсөн уҡытыусылар әҙерләү маҡсатында асыла. 1889 й. Ырымбур ҡ. күсерелә. Халыҡ мәғарифы министрлығы ҡарамағында була. 2 класлы башланғыс училище тамамлаған, 15 йәше тулған үҫмерҙәр (башҡорттар, татарҙар, ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, 1898 й. алып урыҫтар) ҡабул ителә. Уҡыу 3 йыллыҡ, түләүле була (ярлылар дәүләт ҡаҙнаһы, земство аҡсаһына тотола); уҡытыусылар семинариялары программаһы б‑са урыҫ телендә алып барыла. Абитуриенттарҙы әҙерләү һәм практиканы ойоштороу өсөн мәктәптә башланғыс училище асыла. 90‑ға яҡын башланғыс училище уҡытыусыһы әҙерләнә. 1921 й. Ҡырғыҙ халыҡ мәғарифы ин‑тына үҙгәртелә. Инспекторҙары: А.П.Альбанов, М.А.Галанов һ.б.

Әҙәб.: Исторический очерк народного образования в Оренбургском учебном округе за первое 25‑летие его существования (1875—1899). Оренбург, 1901. Вып.2.

Т.М.Әминев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: