Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОЛОНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ

Просмотров: 1354

БОЛОНДАРҘЫ ӨЙРӘНЕҮ ҒИЛЕМЕ, болондар, болон үләндәренең биологияһы, экологияһы һәм популяцияһы т‑дағы фән. Б.ө.ғ. болондарҙың классификацияһын эшләй, уларҙың ботаник составы һәм уңыш биреүсәнлегенең мөхит шарттарына бәйлелеген, тәбиғи факторҙар (мәҫ., йылға үҙәндәренең һыу баҫыу режимы үҙгәреүе) һәм антропоген йөкләнеш йоғонтоһонда йыл миҙгелдәре һәм йылдар б‑са болон үҫемлектәре динамикаһын өйрәнә. Болонсолоҡ, геоботаника һәм ботаник ресурстарҙы өйрәнеү ғилеме м‑н бәйле. Башҡортостанда Б.ө.ғ. б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 50‑се йй. башлап Ауыл хужалығы институтында (В.А.Михеев, Х.Ғ.Ғөбәйҙуллин) алып барыла. Ағиҙел й. төрлө типтағы һыубаҫар туғайҙарының һыу баҫыу режимы тирбәлеүе һәм минераль ашламалар ҡулланыу йоғонтоһо һөҙөмтәһендә уңыш биреүсәнлеге һәм төр составы үҙгәреүенең законлылыҡтары өйрәнелә. 80— 90‑сы йй. Башҡорт дәүләт университетында тәбиғи мал аҙығы ерҙәрен геоботаник картаға индереү өсөн болон бергәлектәрен классификациялау эшләнә (Б.М.Миркин), Биология институтында үлән ҡатнашмаларын оҙайлы ваҡыт ҡулланыу өсөн сукцессияларҙы (Миркин, Т.Г.Горская һ.б.), татырлы тупраҡтарҙы фитомелиорациялау өсөн тоҙға сыҙамлы болон үләндәре сәсеүлектәрен (С.И.Йәнтүрин, Ә.Х.Моҡатанов) программалаштырыу б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. 20 б. аҙ. алып болондарҙы геоботаник тикшереү БДУ‑ла үткәрелә (Миркин, С.М.Ямалов һ.б.).

Әҙәб.: Опыт анализа сукцессий в травосмесях. Уфа, 1987; Миркин Б.М. Экология растительности сельскохозяйственных земель Башкирии. Уфа, 1990; Опыт анализа фиторекультивационной сукцессии на засолённых почвах Зауралья Республики Башкортостан. Уфа; Сибай, 1994.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019