Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРТЫШ

Просмотров: 1269

АРТЫШ (Juniperus), кипарис һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 40 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәттәрендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Яҡтылыҡ яратыусы мәңге йәшел ылыҫлы ике өйлө ҡыуаҡ йәки 100—200 йәшкә етеүсе, бейеклеге 1—3 м тиклем (ябай А. ҡайһы берҙә 9 м тиклем) тәпәш ағас. Сатыры йомортҡа, конус формаһында йәки тәпәшәк (йәйенке). Йәш үҫемлектәрҙең япрағы энәле, ҙурҙарыныҡы ҡаты, энә һымаҡ, оҙонлоғо 4—20 мм, суғында 3‑әр бөртөк (казак А. тәңкә формаһында, оҙонлоғо 1—2 мм, ҡапма‑ҡаршы, парлы). Ата тубырсыҡтар ваҡ, һары, оҙонса, йәш инә тубырсыҡтар аҡһыл йәшел, йомортҡа формаһында, 3—6 орлоҡ тәңкәһенән тора. Һеркәләнеүе апрель аҙағында — май башында яңы ылыҫы барлыҡҡа килгәнгә тиклем була. Һеркәләнгәндән һуң инә тубырсыҡ тумалаҡ һутлы “тубырсыҡ емеш” булып үҫеп китә, ул 2—3 йылда өлгөрә. Тубырсыҡтар, нигеҙҙә, ҡоштар ярҙамында тарала. Казак А. — башлыса БР‑ҙың көньяҡ һәм көньяҡ‑көнсығыш райондарында ҡоро, ташлы битләүҙә һәм асылып ятҡан эзбизле ерҙә, ябай А. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының ылыҫлы урмандарының ваҡ ағаслыҡтарында, һирәгерәк Башҡортостандың Урал алдының төньяғында үҫә. Себер А. урмандың өҫкө сиге янында тауҙарҙың ташлы битләүҙәрендә, һирәк осраҡта ҡарағас, шыршы урмандарының ваҡ ағаслыҡтарында һәм кәкре ҡайын урмандарында (Белорет, Учалы райондары) осрай. Декоратив үҫемлектәр; һөҙәклектәрҙе нығытыу өсөн ҡулланыла. Ябай А. тубырсыҡтары составында фитонцидтар, эфир майҙары бар, медицинала, аҙыҡ‑түлек һәм парфюмерия‑косметика сәнәғәтендә ҡулланыла. Казак А. — ағыулы үҫемлек.

  Әҙәб.: Ф а р у к ш и н а Г.Г., П у т е н и х и н В.П. Можжевельники обыкновенный и казацкий на Южом Урале: распространение, популяционная структура, сохранение генофонда. Уфа, 2016.

В.П.Путенихин

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023