Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

МОСОЛМАН СЪЕЗДАРЫ

Просмотров: 2034

МОСОЛМАН СЪЕЗДАРЫ, Рәсәйҙә ислам динен тотҡан халыҡтарҙың үҙ эштәренә үҙ аллы идара итеү идеяларын тормошҡа ашырыу маҡсатында үткәрелә.

1‑се Бөтә Рәсәй М.с. Мәскәүҙә 1917 й. 1—11 майында үтә. Съезд эшендә 800‑гә яҡын делегат ҡатнаша. Дәүләт ҡоролошо т‑да резолюциялар ҡабул ителә. Уға ярашлы, Рәсәй милли-федератив башланғыстағы демократик респ. булырға тейеш; үҙ терр‑ялары булмаған милләттәрҙең милли-мәҙәни автономияһы булырға тейеш; мәғариф т‑да — башланғыс мәктәп дөйөм, мәжбүри һәм түләүһеҙ булырға, уҡытыу туған телдә алып барылырға, урыҫ теле айырым предмет итеп өйрәнелергә тейеш; ҡатын-ҡыҙҙы хоҡуҡтары яғынан ирҙәр м‑н тиңләштереү т‑да; Ырымбур мосолман диниә назаратын үҙгәртеп ҡороу; армиялар, айырым мосолман частары ойоштороу, һалдаттарҙың йәшәгән урынында хеҙмәт итеүе т‑да; Бөтә Рәсәй мосол‑ ман шураһы ойоштороу т‑да резолюциялар ҡабул ителә.

2‑се Бөтә Рәсәй М.с. 1917 й. 21 июле — 2 авг. Ҡазанда үтә. Съезд эшендә 188 делегат ҡатнаша. Бер үк ваҡытта Ҡазанда Бөтә Рәсәй мосолман руханиҙары съезы (18—26 июль), Ырымбур ҡ. 1‑се Дөйөм башҡ. съезы (ҡара: Бөтә башҡорт ҡоролтайҙары) уҙа. 22 июлдә Бөтә Рәсәй мосолман руханиҙары съезы м‑н 1‑се Бөтә Рәсәй хәрби М.с. берлектәге ултырышы була, унда Милли-мәҙәни автономия т‑да декларация ҡабул ителә һәм Милләт мәжлесе ойошторола.

1‑се Бөтә Рәсәй хәрби М.с. 1917 й. 17—20 июлендә Ҡазанда үтә. Съезд эшендә 200‑ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Үҙәге Ҡазанда булған Мосолман хәрби шураһын, гарнизон, дивизия һәм армия мосолман ком‑ттарын ойоштороу т‑да резолюция ҡабул ителә.

2‑се Бөтә Рәсәй хәрби М.с. 1918 й. 8 ғин. Ҡазанда үтә. Съезд эшендә 203 делегат ҡатнаша, улар араһында 141 татар, 35 башҡорт була. Иҙел-Урал респ. ойоштороу т‑да резолюция ҡабул ителә.

1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезы 1920 й. 16 сент. Өфөлә үтә. Съезд эшендә Рәсәйҙең 7 меңгә яҡын мосолман мәхәлләһенән делегаттар ҡатнаша. Диниә назаратының отчёт доклады тыңлана, мөхтәсибәттәр, мәхәлләләр ойоштороу, уларҙы тәьмин итеү мәсьәләләре һ.б. ҡарала.

2‑се Бөтә Рәсәй мосолман руха‑ ниҙары съезы 1923 й. 10—21 июнендә Өфөлә үтә. Ғосман Ҡөрьәнен Төркөстан мосолмандарына тапшырыу мәсьәләһе б‑са фекер алышыу була; Ғ.Барудиҙың вафат булыуы арҡаһында яңы мөфтөй итеп Р.Ф.Фәхретдинов һайлана; Асығыусыларға ярҙам комиссияһы ағзаларының доклады тыңлана; РСФСР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты Уставы, дин уҡытыу, совет мәктәбенә мөнәсәбәт т‑да һ.б. резолюциялар ҡабул ителә.

3‑сө Бөтә Рәсәй мосолман руха‑ ниҙары съезы 1926 й. 6—10 окт. Өфөлә үтә. РСФСР мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты отчёт доклады тыңлана. Бөтә донъя ислам конгресы (Сәғүд Ғәрәбстанының Мәккә ҡ. ойошторолған) эшмәкәрлеге, ислам дәүләттәрендәге хәл т‑да фекер алышыу була.

4‑се Бөтә Рәсәй мосолман руханиҙары съезы 1948 й. 25 окт. Өфөлә үтә. Съезд эшендә 53 делегат ҡатнаша. Ғ.З.Рәсүлевтең отчёт доклады тыңлана, Диниә назараты СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Үҙәк Диниә назараты итеп үҙгәртелә, яңы состав һайлана, Устав раҫлана, уға ярашлы, СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Үҙәк Диниә назараты яңы мәхәлләләр, дини уҡыу йорттары асыуға, мөхтәсибәттәр ойоштороуға рөхсәт биреү хоҡуғынан мәхрүм ителә.

5‑се Бөтә Рәсәй М.с. 1990 й. 6—8 июнендә Өфөлә үтә. Съезд эшендә 700 делегат һәм ҡунаҡ ҡатнаша. Съезд СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының отчёт докладын тыңлай, яңы Уставты раҫлай һәм мөфтөйҙө (Т.С.Тажетдин) ҡайтанан һайлай.

6‑сы сираттан һәм ғәҙәттән тыш М.с. 1992 й. нояб. СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Үҙәк Диниә назаратының бүленеүе арҡаһында үткәрелә. Съезд тарихи берлек яғында сығыш яһай. СССР‑ҙың Европа өлөшө һәм Себер мосолмандары Үҙәк Диниә назаратын Рәсәй һәм БДБ‑ның Европа илдәре мосолмандары Үҙәк Диниә назараты (ҡара: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты) итеп үҙгәртеү т‑да ҡарар ҡабул ителә.

7‑се сираттан һәм ғәҙәттән тыш М.с. 1994 й. 1 нояб. Өфөлә үтә. Съезд мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты Уставының мөфтөйҙө ғүмерлеккә һайлау т‑дағы положениеһын һ.б. юҡҡа сығара. 1995 й. 17 ғин. Рәсәй һәм БДБ‑ның Европа илдәре мосолмандарының ғәҙәттән тыш съезында 7‑се съезд ҡарарҙары юҡҡа сығарыла.

8‑се М.с. 1999 й. 8—9 июнендә Болғар ҡ. (ТР) үтә. Съезд Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты Уставына үҙгәрештәр һәм өҫтәмәләр индерә.

9‑сы М.с. 2012 й. 13 окт. Өфөлә үтә. Съезд мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты Уставына өҫтәмәләр индерә: съездарҙы 12 йылға 1 тапҡыр үткәреү билдәләнә, Мосолмандарҙың Үҙәк Диниә назараты Президиумы составы киңәйә, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк Диниә назаратының “Ғибадуррахман” ижт. ассоциацияһын ойоштороу хуплана һ.б.

М.Ғ.Вәлиева, А.Б.Юнысова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019