Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАЗЫЙ

Просмотров: 1652

ҠАЗЫЙ (фарсы – тәғәйенләүсе, хөкөм итеүсе), мосолман илдәрендә шәриғәт нигеҙендә хөкөм эштәрен башҡарыусы судья. Ҡ. эшмәкәрлеге фикһ нормалары м‑н көйләнә. Ҡ. ил етәксеһе йәки уның наместнигы тарафынан тәғәйенләнә. Рәсәйҙә рәсми Ҡ. институты Ырымбур мосолман диниә назараты (ЫМДН) ойошторолғас барлыҡҡа килә, уға тиклем уның бурыстарын мәсеттәрҙең ахундары һәм имамдары үтәй. Уларҙың ҡарарҙары м‑н риза булмағандарҙың ЫМДН‑ға мөрәжәғәт итеү хоҡуғы булған, уның составында 3 Ҡ. (заседателдәр) булған. Екатерина II 1788 й. 22 сент. указы м‑н Ҡ. һайлау системаһы раҫлана. Улар Ҡазан губ. мосолман руханиҙарынан 2 баҫҡыслы система б‑са һайланған (1793 й. алып 3 йылға): өйәҙ йыйылыштарында руханиҙарҙан 2 мулланы дөйөм губерна съезы (Ҡазан) делегаты итеп һайлағандар, унда йәшерен тауыш биреү юлы м‑н 3 Ҡ. һәм Ҡ. 3 кандидат һайланған. Иң күп тауыш йыйғаны өлкән Ҡ. булып киткән, мөфтөй булмаһа, ауырыһа йәки мәрхүм булһа, уның вазифаларын (яңыһы тәғәйенләнгәнгә тиклем) башҡарған, Ҡ. ауырыған йәки мәрхүм булған осраҡта кандидаттар ЫМДН резиденцияһына саҡырылған һәм Ҡ. вазифаларын башҡарыуға тотонған. Һәр бер Ҡ. айырым тәғәйенләнгән эш б‑са ЫМДН ултырышында тикшерер өсөн мәсьәләләр әҙерләгән һәм һуңғы ҡарар ҡабул ителгәнгә тиклем алып барған. Ҡарарҙар коллегиаль рәүештә ҡабул ителгән, был 1801 й. Сенат тарафынан раҫланған, 1802 й. алып бер фекергә килә алмаған осраҡта эштәр тауыштарҙың ябай күпселеге м‑н хәл ителгән, тауыштар тигеҙ булһа, мөфтөйҙөң тауышы иҫәпкә алынған. Сенаттың 1832 й. указы мөфтөйҙөң тауыш биреү хоҡуғын сикләп, Ҡ. ролен арттырыуға булышлыҡ итә. Шуға күрә мөфтөйҙәр Ҡ. һайлау системаһын үҙгәртеү мәсьәләһен бер нисә тапҡыр күтәрергә мәжбүр була (1839 й. Ғ.Ғәбдрәхимов уларҙы ЫМДН составы м‑н һайларға, 1841 й. Ғ.Сөләймәнов — ЫМДН, ЭЭМ күрһәткән кандидатураны тәғәйенләргә, 1851 й. Ҡ. төрлө губерналарҙан сиратлап тәғәйенләргә тәҡдим итә). 1871 й. һәм 1874 й. С.Ш.Тәвкилев тәҡдиме б‑са һайлауҙар Ҡазан губ. төрлө өйәҙҙәрендәге имамдар һанына ҡарап үткәрелә башлай. 1889 й. алып Дәүләт советы ҡарарына ярашлы 3 Ҡ. һәм 3 кандидат ЭЭМ тарафынан мөфтөйҙөң тәҡдиме б‑са 3 йылға тәғәйенләнгән. Был законды ҡабул иткәндән һуң 6 йыл буйы урыҫ телен яҡшы белгән, һуңынан гимназия тамамлауы т‑да таныҡлығы булған кешеләр Ҡ. итеп тәғәйенләнгән. Ҡайһы бер ахун һәм муллалар бер нисә тапҡыр Ҡ. итеп һайланған: Д.Мәҡсүтов рәттән 8 тапҡыр, ахун Ғ.Ҡапҡаев – 20 йылдан ашыу, Т.Мәҡсүтов һәм Т.Мөштәриев өҙөклөк м‑н 4‑шәр мөҙҙәт был вазифаны биләй. 1‑се Бөтә Рәсәй мосолман съезында ЫМДН составына Ҡ. итеп С.Урманов, Ғ.Сөләймәнов, К.Тәржемәнов, Х.Мәхмүтов, Г.Ҡараши һәм М.Буби һайлана. 1918 й. Б.Ғайсин, Ғ.Ғүмәров, Х.Солтанғужин, З.Тәтегәсов, М.Алсынбаев, Ә.Хөсәйенов, М‑Ғ.Ғ.Ҡорбанғәлиев, А.Ғәбделбаҡыев Башҡ‑н мөфтиәте (ҡара: Диниә назараты) составына һайланалар һәм 8 кантонға Ҡ. итеп раҫланалар. 1918 й. ҡайһы бер эштәр граждандар судына тапшырылғас, Ҡ. ҡарамағында дин‑йола мәсьәләләре ҡала.

Д.Д.Азаматов

Тәрж.Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019