Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

НАСОС СТАНЦИЯЛАРЫ

Просмотров: 1286

НАСОС СТАНЦИЯЛАРЫ, шыйыҡсаларҙы үткәргес торбалар буйлап ҡыуыу өсөн ҡулайламалар һәм ҡорамалдар комплексы. Ер өҫтө, ер аҫты һәм тәрәндән ала торған (шахта тибындағы) Н.с. айыралар. Насос агрегаттарынан, һурыу һәм ҡыҫып тултырыу үткәргес торбаларынан, резервуарҙарҙан, автоматлаштырыу, телемеханика, элемтә, һыу менән тәьмин итеү, йылылыҡ м‑н тәьмин итеү, вентиляция, канализация системаларынан һ.б. ярҙамсы ҡоролмаларҙан тора. Блоктарҙан торған һәм капи‑ таль төҙөлгән Н.с. була. Һыу м‑н тәьмин итеү, канализация, нефть табыу, магистраль нефть үткәргестәре, нефть продукттарын үткәргестәр системаларында һ.б. ҡулланыла. 1936 й. Башҡортостанда Туймазы—Өфө нефть үткәргесендә тәүге насос станцияларын файҙаланыуға тапшырыла. 70‑се йй. аҙ. Бөтә Союз нефтте һәм нефть продукттарын йыйыу, әҙерләү һәм ташыу ҒТИ‑нда (ҡара: Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институты) А.М.Аҡбирҙин, Ә.А.Баһманов, В.Г. Володин, Л.Н.Колпаков һ.б. Н.с. уйлап табыу өҫтөндә эшләгәндәр, өҫтәп ҡыҫыу өсөн, блоктарҙан торған тармаҡ Н.с. уйлап сығарылған. 80‑се йй. шунда уҡ уйлап табылған газ турбиналы приводы булған, блоктарҙан торған ПГНУ‑2ЖР Н.с. Алыҫ Төньяҡтағы магистраль үткәргес торбаларҙа файҙаланыуға тапшырылған. 80‑се йй. аҙ. блоктарҙан торған Н.с. “ОЗНА”, “Модульнефтегазкомплект” (Өфө) пр‑тиелары һ.б. етештерә. “Ҡыҙыл пролетарий” пр‑тиеһында уйлап табылған ПНУ‑2 күсмә насос ҡулайламаһы нефтте һәм нефть продукттарын ҡыр шарттарында һурҙырып бушатыу Н.с. итеп файҙаланыла. 2013 й. респ. терр‑яһындағы магистраль үткәргес торбаларҙа 30‑ҙан ашыу Н.с. иҫәпләнгән. Шулай уҡ ҡара: Насос.

Әҙәб.: Проектирование и эксплуатация насосных и компрессорных станций /А.М.Шаммазов [и др.]. М., 2003. 

С.Г.Бажайкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019