Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺАРЫҒОШ

Просмотров: 805

ҺАРЫҒОШ, ү т ә б и к ә (Oriolus oriolus), турғай һымаҡтар отрядының һарығоштар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла (Көнсығышта Урта Себерҙең һәм Һиндостандың көньяғына тиклем), Төньяҡ һәм Көнбайыш Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо яҡынса 25 см, ауырлығы 50—90 г, ҡанат йәйеме 45 см тиклем. Ҡауырһыны сыбар төҫтә: ата ҡоштоң арҡаһы, түше, ҡорһағы асыҡ һары, суҡыш төбөнән күҙҙәренә табан ҡара һыҙыҡ үтә. Ҡанаттары һәм ҡойроғо ҡара (ҡойроҡ ҡауырһындарының остарында асыҡ һары нәҙек ҡаймалар бар). Инә ҡоштоң арҡаһы һары‑йәшел, ҡорһағы буй сыбарлыҡтар булған һарғылт аҡ төҫтә. Моногам. Ояһы (диаметры 8—11 см, бейеклеге 6—9 см) аҫылма, ағас сатырҙарында (3—16 м бейеклектә) үләндәрҙән, имән сүстәренән яһай, йоҡа үлән, йөн, ҡауырһын, ҡайын туҙы түшәй. Йылына 1 тапҡыр бала сығара, ояла ғәҙәттә ҡыҙғылт һоро йәки көрәнһыу таплы аҡ төҫтәге 4 (һирәк осраҡта 3 һәм 5) йомортҡа була. Инә һәм ата ҡош 14—15 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө йәшәү рәүеше алып бара. Бөжәктәр, үрмәкселәр, күбәләк ҡарышлауыҡтары, шулай уҡ ағас һәм үлән кеүек үҫемлектәрҙең емештәре һәм еләктәре менән туҡлана. Япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарҙа, парктарҙа һәм баҡсаларҙа, ауылдарҙың тирә‑яғында йәшәй. БР‑ҙың бөтә территорияһында осрай.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 03.05.2023