Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӨБЛӨКӨСӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл

Просмотров: 656

ГӨБЛӨКӨСӨК, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Тәкәрлек а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 4 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 119 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 1183 кеше; 1920 – 1308; 1939 – 808; 1959 – 545; 1989 – 359; 2002 – 376; 2010 – 392 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Клуб, мәсет бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәшлек килешеүе б‑са ш. уҡ даруғаның Иванай а. типтәрҙәре нигеҙ һалған, тип фараз ителә. 1795 й. 290 кеше (ш. уҡ башҡорттар һәм мишәрҙәр иҫәпкә алынған) йәшәгән, 1865 й. 125 йортта — 746 кеше. Игенселек, малс-ҡ, умарт‑ҡ, сана һәм арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, тирмән, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.С.Ханова ошо ауылда тыуған.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров,

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019