Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАҠ САРЛАҠ

Просмотров: 1100

ВАҠ САРЛАҠ (Sterna albifrons), сәпсәү һымаҡтар отрядының сарлаҡтар ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала, Көнбайыш һәм Төньяҡ Африкала таралған. Күсәр ҡош. Кәүҙә оҙонлоғо 22—24 см, ауырлығы 40—65 г, ҡанатының ҡоласы 48—55 см. Ҡауырһын ҡапламы асыҡ буҙ, башының күпселек өлөшө ҡара, маңлайы аҡ төҫтә. Суҡышы төҙ, һары, осо ҡара. Ҡанаты тар, осло, ҡанатының алғы осо ҡара. Ҡойроғо өс айырсалы, ҡойроҡ ҡауырһындары оҙон. Аяғы ҡыҙғылт һары. Моногам. Ояһы — һай урындағы соҡор (ҡайһы ваҡыт үлән, ваҡ таш, ҡабырсаҡ, ваҡ сыбыҡ түшәй). Ғәҙәттә, ҡара таплы һарғылт аҡ 3 (һирәкләп 1 йәки 4) йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 18—22 көн баҫа. Көндөҙгө ҡош. Моллюскылар, бөжәк һәм уларҙың балағорттары, ваҡ ҡыҫала, балыҡтар менән туҡлана. Тигеҙлектә аҡҡан йылға, күл буйындағы ҡомло һәм ҡырсынташлы ярҙа йәшәй. БР‑ҙа Ағиҙел, Йүрүҙән, Ҡариҙел, Танып йй. түбәнге ағымында осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 21.03.2023