Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҺУНА ӨЙРӘК

Просмотров: 763

ҺУНА ӨЙРӘК (Anas platyrhynchos), ҡаҙ һымаҡтар отрядының өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ҡош. Евразияла, Төньяҡ Америкала таралған. Күсәр ҡош (ҡайһы берҙәре ҡышлай). Кәүҙә оҙонлоғо 51—62 см, ауырлығы 730—1750 г, ҡанат йәйеме 80—100 см (ата ҡош эрерәк). Ҡауырһыны ҡара‑һоро таптар менән сыбарланған көрәнһыу ерән төҫтә (яҙ көнө ата өйрәктең башы һәм муйыны ҡараһыу йәшел, арҡаһы һәм ҡорһағы аҡ, ҡойроҡ өҫтөндә йомроланған ҡара ҡауырһындары була). Суҡышы ҙур түгел, ян‑яғы ҡара таптары булған һорғолт һары (ата ҡоштоҡо — һары‑йәшел, тапһыҙ), ситтәре ҡыҙғылт һары йәки һары; ҡанатында аҡ ҡайма менән уратып алынған зәңгәр күк көҙгөһө бар. Аяҡтары ҡыҙғылт һары йәки һарғылт төҫтә. Моногам. Ояһын ҡамыш, күрән араһында, яр буйындағы ҡыуаҡтарҙа, һирәкләп болондарҙа, урмандарҙағы ағастарҙа, ағас ҡыуыш­тарында, йыртҡыс ҡоштарҙың, ала ҡарғаларҙың иҫке ояларында һ.б. ерҙәрҙә ҡора; үлән, мамыҡ түшәй. Ояла йәшкелт аҡ төҫтәге 6—8 (12‑гә тиклем) йомортҡа була. Инә ҡош 22—29 көн эсендә баҫып сығара. Көндөҙгө ҡош. Умыртҡаһыҙҙар (бөжәктәр, моллюскылар һ.б.), үҫемлектәрҙең йәшел өлөштәре, бүлбеләре, орлоҡтары менән туҡлана. Һыу ятҡылыҡтарында йәшәй. БР‑ҙың бөтә территорияһы буйлап осрай. Спорт һунары объекты.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.03.2023