Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАҘ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1191

ҠАҘ ҺЫМАҠТАР (Anseriformes), ҡоштар отряды. 2 ғаиләһе, яҡынса 150 төрө билдәле. БР‑ҙа өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған 33 төрө бар. Башлыса эре (аҡҡоштар, оҙонлоғо 180 см тиклем, ауырлығы 13,6 кг тиклем) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (һыҙғыраҡ сөрәгәй, оҙонлоғо 38 см тиклем, ауырлығы 0,4 кг тиклем) күсәр һыу ҡоштары. Ҡауырһын ҡапламы ҡуйы, тығыҙ, ҡаты, ҡауырһындары аҫтында, бигерәк тә ҡорһағында, мамығы күп. Төҫө төрлө: аҡ (аҡҡош), асыҡ һоро (ала ҡаҙ), ерәнһыу көрән (һуна өйрәк) һ.б. Ҡанаты уртаса ҙурлыҡта, осло; осҡанда уларҙың ҡауырһындарының осо, тирбәлеп, һәр бер төргә хас тауыш сығара; күпселек төрҙәрҙең ҡойроғо ҡыҫҡа. Аяғы ҡыҫҡа; 3 алғы бармағы араһында йөҙөү ярылары бар. Яҡшы йөҙә һәм сума, ерҙә яй, аушанлап йөрөй, ҡаҙҙар һәм ҡара ҡаҙҙар ярайһы уҡ шәп йүгерә ала. Енси диморфизм хас: ата ҡоштар эрерәк, күп төрҙәрҙә сағыуыраҡ. Күпселек төрҙәре моногам: парҙар ғүмерлеккә йәки үрсеү осорона яһала. Парлап йәки туп булып ерҙә, һай һыулы урындарҙа (түңгәктәрҙә), ағастарҙа оя ҡора. 1—15 йомортҡа һала. Башлыса инә ҡош 20—40 көн баҫа. Үҫемлек, шулай уҡ балыҡ, моллюскылар һ.б. һыу хайуандары менән туҡлана. Һыу буйында, ярҙары урманлы йылға үҙәндәрендә йәшәй. Республиканың бөтә территорияһында таралған. Күпселек Ҡ.һ. — һунар объекты. Йорт ҡаҙҙарының һәм өйрәктәрҙең күп тоҡомо ала ҡаҙҙан һәм һуна өйрәктән барлыҡҡа килгән. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына 6 төр (аласабыр, ҡаңғылдаҡ аҡҡош, ҡарасабан, ҡыҙыл өйрәк һ.б.), шулар араһынан мәрйенгүҙ һәм этала ҡаҙ шулай уҡ РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

М.Ғ.Миһранов, Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 10.01.2023