Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЕКСАНДРОВКА РАЙОНЫ

Просмотров: 685

АЛЕКСАНДРОВКА РАЙОНЫ, Ырымбур өлкәһенең көнбайышында урынлашҡан. 1935 й. 20 ғин. ойошторола. Адм. үҙәге — Александровка ауылы. Районда 14 ауыл советы, 54 ауыл торама пункты бар. Халҡы — 19,3 мең кеше (2010), ш. иҫ. башҡорттар (11%), уларҙың төп өлөшө Ырымбур башҡорттарына ҡарай. Башҡорттар тупланып йәшәгән иң ҙур ауылдар (2002): Аҡтын, Иҫәнгилде, Күрпәс, Ҡайыпҡол, Ҡансыр, Ҡотос һ.б. Башҡорт теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ райондың 2 мәктәбендә өйрәнелә (2013). Александровкала 1998 й. алып “Ырымбур өлкәһенең Александровка районы башкорттары ҡоролтайы”, Ҡотос а. “Райхан” вокал ансамбле (1992 й. алып), “Сулпан” бейеү ансамбле (1993 й. алып) һ.б. эшләй. Ә.Ғ.Абдразаҡов, Сәғит Агиш, С.Н.Сәйетов ошо районда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019