Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ХӘЗИЕВА Рәүилә Миңлеғәле ҡыҙы

Просмотров: 408

ХӘЗИЕВА Рәүилә Миңлеғәле ҡыҙы [15.8.1930, БАССР‑ҙың Өфө кантоны (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) Ибраһим а.], бейеүсе. БАССР‑ҙың халыҡ (1967) һәм атҡ. (1955) артисы. Башҡорт театр‑художество уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1952; педагогы Х.Бохарский) Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбле (ҡара: Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле), 1972 й. алып Башҡорт филармонияһы солисы. 1975—85 йй. Әбйәлил р‑нында: С.М.Киров ис. к‑здың, “Красная Башкирия” һәм “Урал” с‑здарының бейеү ансамблдәре етәксеһе. Х. таланты башҡорт ҡыҙҙарының тәьҫирле һәм романтик образдарын тыуҙырғанда асыла. Бейеүҙәренә ҙур оҫталыҡ һәм сағыу темперамент хас.“Биҙрә менән бейеү”, “Дуҫлыҡ”, Зарифа, “Ҡороҡсолар”, “Шаян ҡыҙҙар” һ.б. бейеүҙәрҙә яңғыҙ партиялар башҡара. Шулай уҡ репертуарында СССР халыҡтары бейеүҙәре, катхакали стилендәге һинд, лаос, корей бейеүҙәре бар. Яңғыҙ башҡарылған “Оҙон сәс”, “Һалдат ҡайтты” (Ә.Н.Фәхретдинов м‑н берлектә); коллектив өсөн “Илгәҙәк”, “Хәйерниса‑Гөлниса”, “Себер татарҙары” (“Сибирские татары”) һ.б. бейеүҙәр ҡуя. СССР‑ҙың халыҡ артисы М.Ә.Эсамбаев м‑н сығыш яһай. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), Ульяновск (1968) һәм Ленинград (1969) ҡалаларында БАССР мәҙәниәте көндәрендә ҡатнаша. Рәсәй һәм донъяның 30 иле буйлап гастролдәрҙә була. Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале лауреаты (Вена, 1959).

Әҙәб.: Хайруллин Р.Х. Башкирский государственный ансамбль народного танца. Уфа, 1966.

О.Ғ.Вилданова, Л.И.Нагаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 20.04.2023